Тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған һәр кем бөгөн эш уртаһында ҡайнаны. Аҡъяр ауылына ингән ерҙәге өс мөйөштә район үҙәге ойошма һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре тарафынан ағас үҫентеләре ултыртылды. Шулай уҡ был акцияға райондың ауыл биләмәләре лә ҡушылды.
Көндөң ҡояшлы һәм йылы тороуы өмәлә ҡатнашыусыларҙың күңелен күтәрҙе һәм берҙәм эш башҡарылды.