Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2024, 11:12

Ағастар шаулап үҫһен!

Бөгөн “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Хәйбуллалар ағас үҫентеләрен ултыртырға өмәгә сыҡты.

Ағастар шаулап үҫһен!Ағастар шаулап үҫһен!
Ағастар шаулап үҫһен!

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Хәйбуллалар ағас үҫентеләрен ултыртырға өмәгә сыҡты. Тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған һәр кем бөгөн эш уртаһында ҡайнаны. Аҡъяр ауылына ингән ерҙәге өс мөйөштә район үҙәге ойошма һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре тарафынан ағас үҫентеләре ултыртылды. Шулай уҡ акцияға райондың ауыл биләмәләре лә ҡушылды.

Көҙ булыуға ҡарамаҫтан көндөң ҡояшлы һәм йылы тороуы өмәлә ҡатнашыусыларҙың күңелен күтәрҙе һәм берҙәм  эш башҡарылды.

Ағастар шаулап үҫһен!
Ағастар шаулап үҫһен!
Ағастар шаулап үҫһен!
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас