Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2024, 09:18

Бигерәк уңған Быҙаулыҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары!

  Зөбәйҙә Шәрифйән ҡыҙы Таулыҡаева  ырғаҡ менән бәйләү, ҡулъяулыҡ сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән

Бигерәк уңған Быҙаулыҡ ауылы  ҡатын-ҡыҙҙары!Бигерәк уңған Быҙаулыҡ ауылы  ҡатын-ҡыҙҙары!
Бигерәк уңған Быҙаулыҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары!

Бөгөн кемдер сигеү, бәйләм бәйләү, ғөмүмән, ҡул эштәренә ваҡыт таба алмай, телевизор, компьютер артында ултырыуҙы хуп күрә , кемдер боронғо кәсептәрҙе тергеҙеп , яңыларын өйрәнеп, күңеленә ятҡан эш менән шөғөлләнә .


Быҙаулыҡ ауылында Таулыҡаева Зөбәйҙә Шәрифйән ҡыҙы ырғаҡ менән бәйләү, ҡулъяулыҡ сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Зөбәйҙә апайга ҙур рәхмәт һүҙен еткерәбеҙ. Киләсәктә лә ҡул эштәренә маһир ауылдаштарыбыҙ ошондай сараларҙа күберәк ҡатнашһын ине, бер-беребеҙ менән аралашып, белгәндәребеҙ менән уртаҡлашып, яңы көс , илһам, дәрт менән эшләргә яҙһын.

Бузавлыкский Сдк

 

Автор:
Читайте нас