Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2024, 04:18

24 сәғәт бәйләнештә!

Газ хеҙмәте диспетчерҙары иңенә оло яуаплылыҡ һалынған

24 сәғәт бәйләнештә!24 сәғәт бәйләнештә!
24 сәғәт бәйләнештә!

Көҙгө миҙгел – «Газпром Өфө газ бүлеү» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн көсөргәнешле осор. Улар алдында район ауылдары йорттарын һәм предприятиеларын ышаныслы һәм хәүефһеҙ газ менән тәьмин итеү бурысы тора. Сентябрҙә газ хужалығын йылытыу миҙгеленә әҙерләү эштәре тамамлана, ә газ ҡулланыусылар йылытыу приборҙарын тоҡандыра, һөҙөмтәлә авария заявкаларының һаны ла арта. Уларҙың барыһы ла авария хеҙмәте диспетчерлығына ағыла.

–Хәйбулла комплекслы газ хеҙмәтендә ҡуйылған хеҙмәт бурыстарына яуаплы ҡараған, үҙ эшенең оҫталары булған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Диспетчерҙарҙың төп бурысы – халыҡтан заявкалар ҡабул итеү һәм авария бригадаһын ашығыс рәүештә билдәләнгән урынға ебәреү. Тәғәйен адресҡа тиҙерәк барып етер өсөн, водитель иң ҡыҫҡа юлдарҙы һайлай, ә диспетчер объекттың ҡайҙалығын аныҡ билдәләй.
Йылытыу миҙгеле башланыу менән газ ҡаҙанлыҡтарын йүнәтеү, шулай уҡ ҡаҙанлыҡтар һүнеү сәбәпле заявкалар күбәйә. Газ ҡорамалдарының ҡулланыу ваҡыты сығыу һөҙөмтәһендә уларҙы алмаштырыу буйынса ла граждандарҙы иҫкәртәбеҙ. Газ ҡаҙанлығын яңынан алғанда, Рәсәйҙә етештерелгәндәренә өҫтөнлөк биреү яҡшы. Улар ҡулланыуҙа ябай ҙа, ышаныслы ла. Йыл һайын газ ҡоролмалары булған һәр йортта техник хеҙмәтләндереү үткәрелә. Күпселек ауылдарҙа слесарҙәр булмау сәбәпле, үҙәктән алыҫ ятҡан ауылдарҙан да заявка лар килә. Юлдар торошо насар булыуы, авария хеҙмәтенә алыҫ ятҡан ауылдарға йөрөүҙе ҡатмарлаштыра, – тине Илшат Илембәтов.
Эштәре хәүеф менән бәйле булыу сәбәпле, газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре белемдәрен даими камиллаштыра. Өфө ҡалаһында предприятиеның заман талаптарына яуап биргән үҙ уҡыу үҙәге бар. Унда инженерҙар, техник эшселәр – 3 йылға бер тапҡыр, слесарҙәр – квалификация үтеп, разрядтарын күтәрергә, өҫтәмә һөнәргә эйә булырға теләгәндәр уҡырға ебәрелә.
Илшат Тимербулат улы газ ҡулланыусы абоненттарға ла үҙ теләктәрен еткерҙе:
–Газ менән ҡулланған һәр йортта елләтеү каналдары мотлаҡ кәрәк. Тағы ла газ менән файҙаланған өсөн ваҡытында түләргә кәрәк, сөнки түләмәгән осраҡта газ биреү туҡтатыла, ә уны кире тоташтырыу өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә. Район халҡы газ менән һаҡ ҡулланһын, үҙҙәрен һәм яҡындарын һаҡлаһын ине, – тине ул.
“Һеҙҙеңсә, ошо газ хеҙмәте өлкәһендә эшләгән кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш” тигән һорауға, ул: "Тәү сиратта – үҙ өлкәһендә профессионал һәм бик яуаплы булырға тейеш. Беҙҙең авария хеҙмәтендә аяныслы эҙемтәләргә юл ҡуймаҫ өсөн тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белергә кәрәк" – тине Илшат Тимербулат улы.
Намыҫлы хеҙмәте, юғары етештереү күрһәткестәре, газ тармағын үҫтереүгә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн, нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан, Илшат Илембәтов “Газпром Өфө газ бүлеү” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Әңгәмәсем эше һәм коллективы тураһында ихлас һөйләй. Әммә үҙе тураһында һөйләргә яратмай. Илшат ағайҙың ғаиләһе лә бер тигән. Ул үҙе Әбеш ауылынан. Мәктәптә 8-се класты тамамлағандан һуң, Сибай тау-байыҡтырыу техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына эшкә китә. Бер ни тиклем эшләгәндән һуң, әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Һауа оборонаһы ғәскәрҙәре сафына эләккән егет хәрби "учебка" үткәндән һуң, Украина территорияһында Запорожье атом электростанцияһын һаҡлай. Әрменән демобилизацияланып ҡайтҡас, Әбеш мәктәбенең йылытыу ҡаҙанлығында эшләй, бер аҙ мәктәптә черчение дәрестәрен уҡыта, "Һаҡмар" колхозында комсомол секретаре була. 1983 йылда Өфө дәүләт авиация институтына уҡырға инә. 2 йыл уҡығандан һуң, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының механизация факультетына ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә. Күрше Вәзәм ауылынан Зәлифә Рауил ҡыҙы менән 1985 йылда ғаилә ҡоралар.
Зәлифә Илембәтова Йоматау ауыл хужалығы техникумын, һуңынан ситтән тороп Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының бухгалтер-иҡтисад факультетын тамамлай. Тәүге осорҙа ауылда колхозда эшләй. Ғаилә башлығы Әбеш ауылының «Һаҡмар» колхозында күп көс талап иткән процестарҙы механизациялау буйынса инженер вазифаһын башҡара. Үҙгәртеп ҡороу осоронда колхоз тарҡалғас, 1996 йылда ғаиләһе менән Аҡъярға күсеп киләләр. Илшат Тимербулат улы тап шул осорҙан Хәйбулла комплекслы газ хеҙмәтендә эш башлай, тормош иптәше лә тәүге осорҙа шул уҡ ойошмала, һуңынан «Башкиргаз» ойошмаһы барлыҡҡа килгәс, шунда күсерелә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы бер урында тоғро хеҙмәт итә.
Илембәтовтар гөл шикелле 3 ҡыҙ, Гөлсинә, Гөлназ, Гөлнараны үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Оло ҡыҙҙары Гөлсинә ғаиләһе менән Аҡъяр ауылында төпләнгән. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, Аҡъяр район дауаханаһында балалар табибы булып эшләй. Тормош иптәше менән бер ҡыҙ үҫтерәләр. Уртансы ҡыҙҙары Гөлназ Өфө дәүләт авиация университетын тамамлап, Әбеш ауылы егете менән ғаилә ҡороп, әлеге ваҡытта Когалымда донъя көтәләр. Уларҙың ғаиләһендә 3 ҡыҙ үҫә. Кесе ҡыҙҙары Гөлнара Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында теш табибы булып эшләй.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас