Көндәлек тормошта башҡаларҙан бер яғы менән айырылмаған, ҡәҙимгесә донъя көткән ир-егеттәребеҙ бөгөн алғы һыҙыҡта батырлыҡ, ныҡышмалылыҡ өлгөһө күрһәтә. Әҙел ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Аҡъяр ауылында йәшәгән 20 йәшлек «Седой» позывнойлы яҡташыбыҙ бала саҡтан юғары илһөйәрлек тойғоһо менән айырыла. Махсус хәрби операция зонаһында яраланған батыр егет әлеге ваҡытта тыуған яғында реабилитация үтә.
–Бәләкәйҙән әсәйем, өләсәйем һәм ҡартатайым тәрбиәһендә үҫтем. Ҡартатайым мине илебеҙҙең ысын патриоты итеп тәрбиәләне. Әҙел ауылы мәктәбендә 5-се класты бөткәндән һуң, Подольск мәктәбендә уҡыным. Класс етәксебеҙ Лариса Ғизуллина ла беҙҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлде. 9-сы кластан һуң, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында электрик һөнәре буйынса (тау сәнәғәтендә электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү) уҡып сыҡтым. Кураторым Мөнир Хәлил улы Аблаевҡа рәхмәтлемен, һәр яҡлап ярҙам итте, – тине йәш егет.
Ватан алдында хәүеф тыуған осорҙа хәрби хеҙмәткә саҡырылған илһөйәр яҡташыбыҙ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
–Башта Башҡортостан батальондары составында хеҙмәт итергә теләк белдергәйнем, әммә унда элемтәсе булырға тәҡдим иттеләр, ә мин штурмовиктар рәтендә булырға теләгәйнем. Шуға күрә, штурмлаусы полкка яҙылдым һәм Екатеринбургта хәрби ант бирҙем. Артабан Тоцк полигонында хәрби күнекмәләр үтеп, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә башланым. Һуңынан штурмовик, гранатометчик ярҙамсыһы һәм хәрби задание үтәгәндә взвод командиры урынбаҫары булдым. Төркөм менән Евгеньевка ҡасабаһын штурмлауға барғанда, тәүге тапҡыр яраландым. Унан һуң тағы ла яңы төркөм менән взвод командиры ярҙамсыһы сифатында штурмлауҙа ҡатнаштым. Был юлы ауырыраҡ йәрәхәт алғас, мине госпиталгә эвакуацияланылар,–тип һөйләне беҙҙең менән осрашҡанда «Седой».
–Яугирҙарға ярҙам итеүҙәре өсөн тыуған районыма, хәйбуллаларға һәм Рөстәм Шәриповҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Теләгем бер – бөтә донъяла тыныслыҡ урынлашһын. Балалар көслө һәм рухлы булып үҫһендәр, тарихын онотмаһын һәм, иң мөһиме, Ватанын яратһындар, –тине яугир.
Аҡыллы егет үҙенең тормошҡа ҡарашы, ябайлығы һәм батырлығы менән һоҡландыра. Хәрби тәжрибәгә эйә булып, ул Тыуған илен һаҡлау өсөн хәрби иптәштәре менән алғы һыҙыҡҡа ашыға. Тағы ла бер тапҡыр ҡыйыу яҡташыбыҙ менән һоҡланам һәм ғорурланам, уға бәхет теләйем! Иҫән-һау ҡайт, яугир!