Аҡъяр ауылында йәшәүсе Фаяз һәм Әнисә Рахманғоловтар 13 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Мөхәббәт һәм ихтирамға ҡоролға ғаиләлә өс бала, ике ул һәм бер ҡыҙ үҫә. Ғаилә башлығы Фаяз Хәлим улы ҡатынына иғтибарлы тормош иптәше, балаларына хәстәрлекле атай, яҡындарына ярҙамсыл туған. Әлеге мәлдә ул Рахманғолов крәҫтиән-фермер хужалығында инженер-механик булып эшләй. Әнисә Ғәтиф ҡыҙы иһә Аҡъяр ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе. Уңған хужабикә сәскәләр үҫтерергә, яҡындарын тәмле аш-һыу менән һыйларға ярата.
Рахманғоловтар ғаиләһе күптәр өсөн өлгө.