Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2024, 11:17

Республикала әлегә йылытыу миҙгелен башларға йыйынмайҙар

-

Республикала әлегә йылытыу миҙгелен башларға йыйынмайҙарРеспубликала әлегә йылытыу миҙгелен башларға йыйынмайҙар
Республикала әлегә йылытыу миҙгелен башларға йыйынмайҙар

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә йылылыҡ биреү планлаштырылмай. Был турала 23 сентябрҙә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.

«Һауа торошо фараздарына ярашлы, аҙна аҙағына температураның көндөҙ +20 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә, шуға күрә алдағы көндәрҙә йылылыҡ биреү планлаштырылмай», — тине министр вазифаһын башҡарыусы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек эшен дауам итергә ҡушты һәм теләһә ҡайһы ваҡытта йылылыҡ биреүгә әҙер булырға саҡырҙы. Ул шулай уҡ әлеге ваҡытта Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының алдағы йылытыу миҙгеленә күрһәтмәләрен үтәмәгән муниципалитеттарға бәйле хәлде контролдә тотоу бурысын ҡуйҙы.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-09-23/v-bashkirii-v-blizhayshie-dni-ne-planiruyut-vklyuchat-otoplenie-3941550

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас