Спорт байрамы Аҡъяр ауылының «Уңыш» стадионында үтте. Сара 300-гә яҡын спорт һөйөүселәрҙе йыйҙы. Улар-мәктәп уҡыусылары, ойошма, предприятие хеҙмәткәрҙәре, оло йәштәгеләр,йүгереү һөйөүселәр һәм ғаиләләр. Быйылғы ярыш программаһына мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы һәм ғаиләләрҙе индереү яңылыҡ булды.
Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләйҙәр.
Бөтә Рәсәй «милләт Кросы» йүгереү көнө Рәсәйҙә 2004 йылдан алып үткәрелә. Ойоштороусыларҙың маҡсаты-сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу һәм рәсәйҙәрҙе физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү.