Яңылыҡтар
20 Сентябрь 2024, 10:13

Ветеран ихатаһы

Бөгөн  Быҙаулыҡ ауылында “Ветеран ихатаһы” конкурсында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү сараһы үтте.  Унда Һамар һәм Өфө ауылы биләмәһенән 13 кеше ҡатнашты.

Ветеран ихатаһыВетеран ихатаһы
Ветеран ихатаһы

Бөгөн  Быҙаулыҡ ауылында “Ветеран ихатаһы” конкурсында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү сараһы үтте. Унда Һамар һәм Өфө ауылы биләмәһенән 13 кеше ҡатнашты.

Был уңыш байрамы матур  йолаға әүерелде һәм йылдан-йыл матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдырыусы кешеләрҙе йәлеп итә бара. Был хеҙмәт кешеләренә хөрмәт күрһәтеү, йолаларҙы һаҡлау һәм йәштәр өсөн яҡшы өлгө.

Сара Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башланды.

Конкурста ҡатнашыусылар баҡсаларында үҙҙәре үҫтергән төрлө емеш-еләк,  йәшелсә, ҡул эштәренән һәм шулай уҡ бешергән тәм-томдар, бәлештәр, һөт ризыҡтарынан күргәҙмә ойошторғайны. Ветерандар һәммәһе лә үҙ күргәҙмәһе менән таныштырып үтте.  

Артабан конкурсҡа йомғаҡ яһалды, ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

-Быйыл был  сараны зоналарға бүлеп үткәрергә ҡарар иттек. Быға тиклем Сиҙәм, Ивановка, Татыр-Үҙәк, Федоровка ауыл биләмәләрендә үтһә, бөгөн иһә һеҙгә килдек. Бөтәгеҙ ҙә оҫтаһығыҙ, тырышһығыҙ һәм эшһөйәрһегеҙ. Һеҙҙең эштәрҙе күреп, барыһына ла өлгөрөргә була икәнлегенә инандыҡ. Ваҡыт табып килгәнегеҙ һәм бөгөнгө матур байрам өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм, - тине  һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район ойошмаһы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова.

Сара художестволы үҙешмәкәрлек артистарының матур концерты менән тамамланды.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас