Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2024, 07:19

Дәүләт Думаһы Башҡортостандың закон проектын хупланы

Ул фатирҙы бүләк итеү буйынса килешеүҙе яҡлауға ҡағыла.

Дәүләт думаһы депутаттары Башҡортостан парламенты индергән күсемһеҙ милек бүләк итеү килешеүен мотлаҡ нотариаль раҫлау тураһында федераль закон проектын беренсе уҡыуҙа бер тауыштан ҡабул итте. Башҡортостан депутаттарының башланғысы мутлашыуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

- Закон проекты менән РФ Гражданлыҡ кодексына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә. Әгәр килешеү яҡтары бер-береһе менән яҡын туғанлыҡ мөнәсәбәттәрендә тормаһа, килешеүҙе мотлаҡ рәүештә нотариус раҫларға тейеш. Закон буйынса нотариус килешеүҙең мәғәнәһен аңлатырға һәм килешеүҙең ике яҡтың да ниәттәренә тап килеүенә инанырға тейеш, — тип аңлатма бирҙе БР Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев. Парламент спикеры билдәләүенсә, ябайлаштырылған процедура — ул һәр ваҡыт яҡшылыҡ түгел. — Мәсьәләләрҙе күп функциялы үҙәк аша тиҙ арала хәл итеү уңайлы, әммә, әгәр бер генә торлаҡ хәүеф аҫтында торһа, граждандарҙың именлеге өсөн процедураны бер аҙ ҡатмарлаштырырға кәрәк, - тине ул. - Ябайлаштырылған тәртип менән мутлашыусылар файҙалана. Айырыуса енәйәтселәргә психик проблемалары булған йәки хоҡуҡи мәсьәләләрҙе яҡшы аңламаған яңғыҙ өлкән йәштәге кешеләр зыян күрә. Уларҙы яҡлау өсөн хоҡуҡи механизмды үҙгәртергә кәрәк. Төҙәтмәләр бер ай эсендә ҡараласаҡ, һуңынан документ икенсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас