Башҡорт балы «Өфөнән һәм төбәктең башҡа ҡалаларынан нимә алып ҡайтырға» темаһы буйынса рейтингтарҙа һәм туристик исемлектәрҙә һәр ваҡыт беренсе урынды биләй. Бал шул тиклем популяр, уны хатта космонавтар ҙа ашай, ә белгестәр Башҡортостан умартасыларын өлкәләге алдынғы фәнни тикшеренеүҙәре өсөн хөрмәт итә. Шуға күрә Туту.ру сервисы Башҡортостанға Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы тигән лайыҡлы исем бирҙе.
«Бында әлегә Винни-Пух резиденцияһы юҡ, әммә барыһы ла алда», — ти эксперттар.
Улар «Рәсәйҙең 100 баш ҡалаһы» — үҙенең аҙыҡ-түлеге, тауарҙары менән дан тотҡан ҡалалар һәм төбәктәр исемлеген төҙөгән. Мәҫәлән, Покров — шоколад, Тула — перәник, Суздаль — ҡыяр, Зеленоград — бесәйҙәрҙең баш ҡалаһы тип танылған. «Баш ҡалаларҙың» тулы исемлеге менән бында танышырға мөмкин.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, башҡорт балы — Рәсәйҙең иң популяр төбәк брендтарының береһе.