Яңылыҡтар
19 Сентября 2024, 10:40

50 йыл - ул тотош ғүмер

Сиҙәм ауылынан Салауат һәм Зөһрә Иҫәнгилдиндарҙың иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә быйыл–50 йыл.

50 йыл - ул тотош ғүмер50 йыл - ул тотош ғүмер
50 йыл - ул тотош ғүмер

Алтын туйға ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. 50 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк. Сиҙәм ауылынан Салауат һәм Зөһрә Иҫәнгилдиндарҙың иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә быйыл–50 йыл. 

Зөһрә Нурислам ҡыҙы Иҫәнгилде ауылынан. Сиҙәм ауылы мәктәбен яңы тамамлаған ҡыҙ, тыуған ауылында клуб мөдире булып эш башлай. Бер йылдан Әбделнасир ауылы егете Салауат Иҫәнгилдин менән танышып, яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр.
Салауат Морат улы Әбделнасир ауылынан. Йәш егет Өфө ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң, хәрби комиссариат буласаҡ призывниктарҙы водитель курстарында уҡытыуын белгәс, ике уйлап тормай. Водитель таныҡлығын алғас, әрме сафына саҡырыла. Мәскәү өлкәһендәге хәрби часта хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Сибай ауыл хужалығы техникумында белем ала.
Яңы тормош көтә башлаған йәштәр Сиҙәм ауылында төпләнә. Был ябай ауыл эшсәндәре ғүмерҙәренең байтаҡ йылдарын намыҫлы хеҙмәткә бағышлай. Салауат Морат улы ғүмер буйы совхозда эшләп хаҡлы ялға сыға, ә Зөһрә Нурислам ҡыҙы һауынсы булып та, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә лә эшләй.
Иҫәнгилдиндарҙың татыу, эшһөйәр ғаиләһендә 3 ҡыҙ, 3 малай ҡанат нығытҡан. Улар инде үҙ ғаиләләрен ҡороп, һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләй. Ата-әсәһе өсөн өҙөлөп торалар, хужалыҡтарында ярҙам итергә тип тыуған йорттарына йыш киләләр. Әлеге көндә 11 ейән-ейәнсәргә бәхетле ҡартатай һәм ҡартәсәй улар.
Иҫәнгилдиндар икеһе лә ижад һөйгән кешеләр. Мәҫәлән, Салауат Морат улы үҙ ваҡытында спектаклдәрҙә лә ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына инде 3 йыл Зөһрә Нурислам ҡыҙы ҡапыл ауырыған тормош иптәшен баға, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтә, аттары ла бар. Баҡсаһы тулы йәшелсә-емеш, гөл-сәскәләр.
–50 йыл бергә йәшәү 5 көнлөк тә тойолманы, тиҙ генә үтеп китте. Донъя булғас, төрлө хәлдәр ҙә була, ләкин беҙ тормош ҡуйған һынауҙарҙы йырып сыҡтыҡ, йәшәргә тырыштыҡ. Йәш ғаиләләр бер-береһен хөрмәт итеп, матур итеп тормош көтһөндәр. Иң мөһиме, донъялар тынысланып китһен, – тигән теләктә ҡалды Иҫәнгилдиндар.
Илле йыл – ул тотош бер ғүмер, –ти улар бәхетле йылмайып. Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәп 50 йыл бергә йәшәгән Иҫәнгилдиндарҙың алдағы көндәре лә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен, балаларының изгелектәрен күреп, именлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас