Яңылыҡтар
18 Сентября 2024, 11:52

Урман һаҡлау тигән һөнәр бар

Хәйбулла урман хужалығы хеҙмәткәре Ирәндек Күскилдин ғүмерен урман хужалығына бағышлаған.

Урман һаҡлау тигән һөнәр барУрман һаҡлау тигән һөнәр бар
Урман һаҡлау тигән һөнәр бар

Урмансылыҡ эшен, ғәҙәттә, тәбиғәтте яратҡан, тыуған ерҙең байлығын, гүзәллеген һаҡларға һәм арттырырға теләгән, тыуған ер өсөн үҙендә яуаплылыҡ тойған кешеләр һайлай. Хәйбулла урман хужалығы хеҙмәткәре Ирәндек Күскилдин ғүмерен урман хужалығына бағышлаған. Ирәндек Камил улы Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан. Әбеш мәктәбен тамамлағас, Өфө урман хужалығы техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас та әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Демобилизацияланып ҡайтҡас, Себер тарафтарына эшкә китә. Шулай ҙа яҙмыш ҡушыуы буйынса, бер аҙҙан һуң тыуған яғына ҡайта, ғаилә ҡора. Башҡорт дәүләт аграр университетының урман эше факультетын ситтән тороп тамамлай.
Тормош иптәше, Аҡъяр ауылы ҡыҙы Әлиә Раил ҡыҙы Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлап, Аҡъяр ауылында "Россельхозүҙәк" ойошмаһында әйҙәүсе агроном булып эшләй. Күскилдиндарҙың ғаиләһендә 1 ул, 3 ҡыҙ үҫеп килә. Өлкән улдары Денис 10-сы класс уҡыусыһы. Мәктәптә тик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Икенсе ҡыҙҙары Рәлиә–8-се класта белем ала. Һәләтле ҡыҙ бисер, эпоксидлы елемдән төрлө биҙәүестәр эшләргә ярата. Өсөнсө ҡыҙҙары Әмилә балалар баҡсаһына йөрөй. Кесе ҡыҙҙары Әҙиләгә әлегә 3 ай.
Ирәндек Күскилдин урман хужалығында 2009 йылдан эшләй. Урман һаҡлау инженеры, һуңғараҡ урмансы ярҙамсыһы, ә 2020 йылда Хәйбулла һәм Йылайыр хужалыҡтары ҡушылғас, бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Урмансы һөнәре халыҡ байлығын һаҡлау һәм яҡлау, арттырыу, ағас әҙерләү һәм, әлбиттә, уны эшкәртеү менән бәйле бөтә нәмәне үҙ эсенә ала. «Хәйбулла урмансылығы» хеҙмәткәрҙәре 43 728 гектар майҙанды тәртиптә тотоу өҫтөндә эшләй. Урмансылыҡ Үҫәргән, Көнъяҡ Урал һәм Степной участкаларына бүленгән.
Дәүләт учреждениеһының төп бурысы–урман фонды биләмәһендә бөтә хужалыҡ эштәрен үткәреүҙе контролдә тотоу, халыҡҡа шәхси хужалыҡ төҙөү өсөн диләнкәләр, аукционлы диләнкәләр бүлеү, был эште контролдә тотоу, урмандарҙы тергеҙеү, агротехник саралар үткәреү, ағас үҫентеләре өсөн ер әҙерләү, тәбиғи урмандарҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итеү, янғындар булдырмаҫ өсөн ер һыҙаттарын һөрөү һәм башҡалар.
Йыл да районда ҙур күләмле эш башҡарыла: яҙын Һаҡлау үҙәге һәм авиация тендер буйынса урмансылыҡта эшкәртеү эше башҡара. Йыл һайын участкаға ҡараған 20 гектар майҙанда ҡарағай үҫентеләре ултыртыла. Яҙын “Ағас ултырт та– ғүмер бүләк ит!” девизы аҫтында үткән “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһына Хәйбулла урман хужалығы ла ҡушылып, бер гектар участкала ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Сентябрь аҙаҡтарында тағы бер гектар самаһы майҙанда ағастар ултыртыу планлаштырыла.

–Урман беҙгә ағас ҡына түгел, ә саф һауа, йылға-күлдәребеҙҙең таҙалығын бирә, үҙенең матурлығы һәм хозурлығы менән һөйөндөрә. Шуға күрә илебеҙҙең йәшел байлығына һаҡсыл мөнәсәбәт – һәр кемдең бурысы,–ти Ирәндек Камил улы
Урмансылыҡтың һөҙөмтәлелеге бер нисә тиҫтә йылдан ғына күренә торған эшмәкәрлек булыуын иҫәпкә алғанда, әлеге урман хужалыҡтары киләһе быуат өсөн эшләй, тип әйтергә мөмкин. Бына шундай урман, тыуған ер тип янып-көйгән ирҙәргә йәшел ҡалҡаныбыҙ яҙмышы ышанып тапшырылған. Ирәндек Күскилдин кеүек сос, тырыш, эшем эш булһын тип йөрөгән кешеләр барҙа, Хәйбулла урмандарының яҙмышы ышаныслы ҡулдарҙа, тиергә тулы нигеҙ бар.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас