Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2024, 12:03

Районда юлдар ремонтлана

«Башкиравтодор» йәмғиәтенең Хәйбулла юл төҙөлөш һәм ремонтлау идаралығы урындағы юлдарҙы тейешле кимәлдә тотоу буйынса эштәрҙе дауам итә.

Районда юлдар ремонтланаРайонда юлдар ремонтлана
Районда юлдар ремонтлана

Быйыл һауа шарттары беҙҙе бөтә яҡтан һынап ҡараһа ла, юлдарҙы ремонтлау эштәре әүҙем башҡарылған. «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Хәйбулла юл төҙөлөш һәм ремонтлау идаралығы урындағы юлдарҙы тейешле кимәлдә тотоу буйынса эштәрҙе дауам итә. Ошо көндәрҙә Ғәлиәхмәт- Урыҫбай, Йәнтеш-Ғәлиәхмәт, Ғәлиәхмәт-Аҡъюл, Һаҡмар-Наҙарғол ауылына төшкән юл участкаһына өҫтәмә ҡырсынташ түшәп, соҡор-саҡырҙар ямалған. Автогрейдер менән юлдарҙы тигеҙләү эштәре Аҡъяр – Әбеш, Ғәлиәхмәт - Аҡнаҙар ауылдары араһында бара. Артабан да проблемалы участкаларҙа эштәр дауам итәсәк. Был эштәргә 4 берәмек техника йәлеп ителгән. Бер үк ваҡытта юл ситендәге ҡый үләндәрен сабыу планлаштырыла.

–Әлеге ваҡытта Йәнтеш ауылынан алыҫ түгел Аҡъяр–Әбеш участкаһында юлды ремонтлау эштәре алып барыла. Быға тиклем Йәнтеш –Ғәлиәхмәт–Урыҫбай, Һаҡмар-Наҙарғол, Садовый–Ивановка, Ивановка–Аҡташ, Ивановка–Михайловка ауылдары араһындағы юлдар рәткә килтерелгәйне. Район буйынса Юлдыбай–Аҡъяр–Сара йүнәлешендә Быҙаулыҡ ауылы эргәһендә юл түшәме йүнәтелә,–тине Хәйбулла юл төҙөлөш һәм ремонтлау идаралығының юл мастеры Урал Асаинов.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас