Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды конкурсында еңеүсе булған һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары(пенсионерҙары) Советы, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейы һәм Ғаилә хеҙмәте әҙерләгән «Үҙ Геройҙарым» проекты сиктәрендә уҙғарылды.
-Бөгөн йәмғиәттең бөтә тырышлығы яугирҙарыбыҙға ярҙам ойоштороуға һәм Ватан өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙең хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән. Хәйбулла районында йәмәғәт ойошмаларының был йүнәлештә әүҙем ирекмәнлек эше алып барыуы ҡыуаныслы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ҙур ярҙам күрһәтә, унда хәйбулла ирекмәндәре өсөнсө тапҡыр ҡатнашты һәм еңеүсе булды. Бөгөн район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Үҙ Геройҙарым" проекты эшләй башланы, уның сиктәрендә һуғыш яландарында һәм тылда еңеүҙе яҡынайтыусылар тураһында һөйләүсе даими күргәҙмә эшләйәсәк. Бынан тыш, 20- нән ашыу мәғрифәтселек саралары-мәктәп уҡыусылары менән экскурсиялар ойоштороласаҡ. Бөгөн был осрашыу сиктәрендә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән «Геройҙар беҙҙең арала» телевизион проектын тормошҡа ашырыу менән дә танышты. Бер тапшырыу менән танышып, беҙ телевидение форматының балаларыбыҙҙың тарихына үҙ күҙҙәребеҙ менән ҡағылырға мөмкинлек биреүенә инандыҡ, - тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.