Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2024, 06:37

Сибай мэры махсус хәрби операцияға юлланды

-

Сибай мэры махсус хәрби операцияға юлландыСибай мэры махсус хәрби операцияға юлланды
Сибай мэры махсус хәрби операцияға юлланды

Сибай хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәт итергә юлланды. Ҡала хакимиәтендә был мәғлүмәтте раҫланылар.

Азамат Юлдашбаев менән бергә Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районының хәрби комиссары Ринат Зәбиров, Сибай депутаты Әхәт Аҫылбаев та, контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа китте.

Бынан алдараҡ Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов хәрби хеҙмәткә юлланғайны.

Контраҡтҡа бәйле барлыҡ һорауҙарҙы Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып бирергә мөмкин, һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-09-15/mer-goroda-bashkirii-uehal-sluzhit-na-svo-3929871

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Фото:«Подслушано | Сибай» төркөмө, Вк
Автор:
Читайте нас