Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йылы һауа торошо һәм әбейҙәр сыуағы көтә. Синоптиктар фаразынса, бөгөн, 13 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18,+23° тиклем күтәрелә.
Шәмбе, 14 сентябрь, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +4,+9°, көнсығыш райондарҙа 0,-2-гә тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +18,+23°.
Йәкшәмбе, 15 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +18,+23°.