Быйыл сентябрь Башҡортостан халҡын бығаса булмағанса йылы һәм ҡоро көндәр менән ҡыуандыра. Синоптиктар фаразлауынса, республикала алдағы көндәрҙә лә аномаль йылы һауа торошо һаҡлана: бөгөн һәм иртәгә, 13 сентябрҙә, йәнә яңы температура рекордтары теркәлеүе ихтимал. Был көндәрҙә һауаның +18,+23° тиклем йылыныуы көтөлә. Әллә ни яуым-төшөм фаразланмай.