Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2024, 07:06

Ысын ир-егеттәр тәрбиәләй

«Спорт көсһөҙҙәрҙе яратмай», - ти тренер Илфат Ҡоҙашев

Ысын ир-егеттәр тәрбиәләйЫсын ир-егеттәр тәрбиәләй
Ысын ир-егеттәр тәрбиәләй

Башҡортостан Республикаһында балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү төбәктең спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа балаларҙың һәм йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныуын дәртләндереү һәм талантлы спортсыларға ярҙам итеү өсөн бик күп саралар күрелә. Тренерҙар һәм спорт ойошмалары өсөн дә төрлө ярҙам саралары ғәмәлдә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы  Радий Хәбировтың указы менән ҙур спорт һөҙөмтәләренә өлгәшкән спортсылар һәм тренерҙар өсөн 2023 йылда дәүләт стипендиялары булдырылды. Был стипендияны 88 кеше (58 спортсы, 30 тренер) алды. Башҡортостан Республикаһы - бындай түләүҙәр алған субъекттың береһе. 2023 йылда иң яҡшы спортсыларҙы, тренерҙарҙы, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙе дәртләндереү өсөн республика спорт премияһы булдырылды.

 Аҡъяр ауылынан «Дала амурҙары» спорт клубы етәксеһе Илфат Ҡоҙашев «Әрме ҡул көрәше» проекты граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә президент гранттарын биреү буйынса конкурста еңеү яуланы.
Илфат Илдар улы 1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетында белем ала. Ҡулына яңы диплом алған егет әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Рязань ҡалаһында һауа-десант ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә. Тап шул осорҙа әрме ҡул көрәше алымдары менән таныша һәм был спорт төрө менән мауыға башлай, ә быға тиклем студент сағында тай боксы менән шөғөлләнә. Әрме ҡул көрәше буйынса бер нисә тапҡыр призер була, 1-се разряд норЫсын
ир-егеттәр тәрбиәләй
«Спорт көсһөҙҙәрҙе яратмай», – ти тренер Илфат Ҡоҙашев
Башҡортостан Республикаһында балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү төбәктең спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа балаларҙың һәм йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныуын дәртләндереү һәм талантлы спортсыларға ярҙам итеү өсөн бик күп саралар күрелә. Тренерҙар һәм спорт ойошмалары өсөн дә төрлө ярҙам саралары ғәмәлдә.мативын үтәй. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, Аҡъяр тау колледжында, 2-се Аҡъяр мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй. Бер үк ваҡытта райондың футбол буйынса өлкәндәр командаһын да әҙерләй, көрәш буйынса ла күнекмәләр үткәрә. 2022 йылда уның етәкселегендәге өлкәндәр футбол командаһы республика ауылдары араһында Башҡортостан чемпионы булды.
2020 йылда Илфат Ҡоҙашев «Дала амурҙары» клубын ойоштора. Уның төп йүнәлеше– әрме ҡул көрәше. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә клуб спортсылары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Уларҙың сафында ҡул көрәше һәм бөтә стилле каратэ буйынса Башҡортостан чемпиондары, бөтә Рәсәй ярыштары, төбәк-ара турнирҙар еңеүселәре, халыҡ-ара бәйгеләр призерҙары бар.
Бөгөнгө көндә клубҡа 30-ға яҡын бала йөрөй. Башҡа спорт төрҙәрендәге кеүек, кемдер килә, кемдер китә. Клубтың өмөтлө спортсылары –Иҙел Ҡоҙашев, Булат Булатов, Линар Байгилдин, Динияр Хөсәйенов, Шайморат Әбделнасиров, Искәндәр Байғусҡаров. «Дала амурҙары» клубына спорт кәрәк-яраҡтары, көрәш келәме һәм экипировка грант аҡсаһына алына. Шулай уҡ башланғыс стадияла район хакимиәте, Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы ярҙам күрһәтә. Клубта матди-техник база яҡшы. Ярыштарға сығырға район хакимиәте лә, ата-әсәләр ҙә ярҙам итә.
–Финанс сығымдар күберәк осраҡта ата-әсәләр иңенә төшә, сөнки һәр ярышта ойоштороусылар билдәләгән иғәнәләр бар. Транспорт яғынан район хакимиәте, мәғариф идаралығы ҙур ярҙам күрһәтә. Спортсы икенсе төбәк спортсылары менән ярышмаһа, уның үҫеше булмаясаҡ, шуға күрә тренер булараҡ, һәр ваҡыт етди маҡсаттар ҡуям. Беҙ район кимәлендә генә юғары урындар биләй алыр инек, әммә беҙҙең бурысыбыҙ–Рәсәй кимәленә сығыу, Рәсәй беренселеге призеры йәки еңеүсеһе булыу. Шуға күрә балаларҙың тәжрибәһе ҙур булһын өсөн уларҙы махсус рәүештә юғары кимәлдәге ярыштарға йөрөтәм, улар бик көслө дәғүәселәргә ҡаршы майҙанға сыға, үҙҙәренә баһалап бөткөһөҙ тәжрибә ала. Мин уҡыусыларыма бик талапсан, әммә һан артынан ҡыумайым, минең өсөн сифат мөһимерәк. Көрәш, командалы спорт төрҙәренән ныҡ айырыла, сөнки командалы спортта кемдеңдер иҫәбенә миҙал яулау мөмкин, ә бында спортсы үҙе өсөн генә яуаплы,–тине Илфат Илдар улы.

Рөстәм Йәрмөхәмәтов, район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге мөдире:
–Илфат Ҡоҙашев әрме ҡул көрәше буйынса тәжрибәле тренер. Уҡыу-күнекмә дәрестәре алып бара. Тактик яҡтан грамоталы, теоретик һәм практик дәрестәрҙе юғары кимәлдә үткәрә. Уның күнекмәләренә балалар Аҡъярҙан ғына түгел, башҡа ауылдарҙан да ҙур теләк менән йөрөй. Ул йәш спортсылар менән төрлө кимәлдә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнаша һәм гел яҡшы һөҙөмтә күрһәтәләр.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас