Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2024, 09:04

Ҡуянлығырсын һыуы бик тәмле

2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған «Атайсал — кесе Ватан» проектының асылы — һәр кем үҙенең тыуып үҫкән төбәгенә, ауылына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала. Ошо проектта ҡатнашыусылар һаны 2023 йылда 3500 булһа, 2024 йылда 5600-гә етте.   Һаҡмар-Наҙарғол ауылындағы Ҡуянлығырсын ҡоҙоғо тирәһен төҙөкләндереү «Атайсал — кесе Ватан» проекты сиктәрендә бойомға ашырылған.

Ҡуянлығырсын һыуы бик тәмлеҠуянлығырсын һыуы бик тәмле
Ҡуянлығырсын һыуы бик тәмле

2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған «Атайсал — кесе Ватан» проектының асылы — һәр кем үҙенең тыуып үҫкән төбәгенә, ауылына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала. Ошо проектта ҡатнашыусылар һаны 2023 йылда 3500 булһа, 2024 йылда 5600-гә етте.   Һаҡмар-Наҙарғол ауылындағы Ҡуянлығырсын ҡоҙоғо тирәһен төҙөкләндереү «Атайсал — кесе Ватан» проекты сиктәрендә бойомға ашырылған.

Борон-борондан әҙәм балалары һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Ҡоҙоҡ ҡаҙып һыу сығарған, уны таҙалап торған кешенең исемен ошо ҡоҙоҡҡа ҡушҡандар, уны ихтирам иткәндәр. Тәбиғәттең баһалап бөткөһөҙ байлығы иҫәпләнгән һыу хаҡында халыҡтар эпостарында ла һыуға һаҡсыл ҡараш хаҡында әйтелә. Тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға – был көндө Һаҡмар-Наҙарғол ауылына ингән ерҙә күмәк көс менән төҙөкләндерелгән шишмә урыны асылды.

Тантанала Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов һүҙ алып: “Һаҡмар-Наҙарғол ауылында икеләтә байрам. Ауылыбыҙ халҡы менән күмәкләп башҡарған эшебеҙгә йомғаҡ яһаныҡ. Яҙғы көндәрҙең береһендә үткән сходта урындағы халыҡ менән һөйләшеп, ауылға ингән ерҙә ағып ятҡан ҡоҙоҡто төҙөкләндерергә тигән тәҡдим булды һәм бының менән барыһы ла килеште. Уның тарихы ла бар. Әбештә Бөйөк Еңеү көнөнә ҡарата саралар ойошторғанда, Һаҡмар-Наҙарғолдан һуғыш ветераны Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевты өйөнән барып алып, ҡабат илтә торғайныҡ. Һәм ул шишмә янынан үткәндә һәр ваҡыт: “Улым, ошо урынды матурлап кәртәләп ҡуйырға кәрәк ине”, – ти торғайны. Һәм быйыл "Атайсал" проекты сиктәрендә, ниһайәт, бергәләп аҡһаҡалдың әйткәнен тормошҡа ашырҙыҡ. Был урын Ҡуянлығырсын үҙәге тип атала. Уның мәғәнәһе лә ҙур. Элек беҙ бала саҡта был урында ҡуяндар күп булды. Ата-бабаларыбыҙ был урында һунар иткәндәр. Ҡоҙоҡҡа исем һайлағанда төрлө тәҡдимдәр булды. Ләкин уйлауымса, элек-электән беҙҙең ата-бабалар ошо урынды Ҡуянлығырсын тип йөрөткәстәр, быуындан-быуынға ул атама килеп еткән, шуға ла ауыл халҡы менән Ҡуянлығырсын ҡоҙоғо тип атаныҡ. Ауылдаштарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Алла бирһә, киләсәктә ошонда әрменән ҡайтҡан һалдаттарҙы ҡаршылағыҙ, йәш килендәр һыу башлаһын. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың башҡа тәғәйен йолаларын ошонда үткәрегеҙ”, – тине ул.

Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова Һаҡмар-Наҙарғолдарға һоҡланып: “Бергәләп ҙур эш атҡарып сыҡҡанһығыҙ. Башҡаларға матур өлгө был. Бында халыҡтың ойошҡанлығы, ихласлығы күҙгә салына. 2021 йылдан “Атайсал” проекты уңышлы эшләй. Ысынлап та, халыҡ үҙ кеҫәһенән өлөш индерһә, ул барлыҡҡа килгән ниндәйҙер бер объектҡа һаҡсыл ҡарай. Төпкөл ауыл, балалар һаны кәмей тип тормай, төшөнкөлөккә бирелмәй, матур итеп донъя көтәһегеҙ. Ошондай ауылдарға килһәк, йәшәүгә көс-дәрт алып ҡайтабыҙ”, – тип иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Ҡуянлығырсын ҡоҙоғон асҡандан һуң, һәр кем уның саф һыуын тәмләп ҡараны, иҫтәлеккә фотоға төшөп, шифалы шишмәнән ҡайнатылған самауыр сәйе менән һыйланды.

ФЕКЕР:

Әминә Юнысова, Һаҡмар-Наҙарғол ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы:

–Бөгөнгө көндә беҙҙә ҙур ваҡиға. Ауылыбыҙҙың осонда матур шишмә сылтырап аға. Шуны ауыл халҡы менән бергәләп аҡса йыйып, ҡоҙоғон таҙалап, ир-егеттәр кәртәләү эше менән булышһа, ҡатын-ҡыҙҙар буяу эштәрен башҡарҙы. Бик матур урын барлыҡҡа килде. Артабан ауылға килгән ҡунаҡтар, ауыл халҡы ла туҡтап ял итеп, шишмәнең шифалы һыуын эсеп, хәл алып, ял итеп китергә мөмкин. Ҡоҙоҡтоң һыуы тәмле, шифалы. Был эште үҙ инициативаһы менән башлап ебәргән ауыл хакимиәте башлығы Таһир Юнысовҡа ҙур рәхмәт. Ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, халҡы берҙәм-татыу, ошондай эште атҡарып сығыуҙа береһе лә ситтә ҡалманы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас