Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2024, 15:48

"Пенсияғыҙҙы арттырабыҙ"

Мутлашыусылар оло йәштәгеләрҙең шәхси мәғлүмәтен нисек урлай?

"Пенсияғыҙҙы арттырабыҙ"
"Пенсияғыҙҙы арттырабыҙ"
📈 «Һеҙҙең иҫәпкә алынмаған хеҙмәт стажығыҙ бар. Әйҙәгеҙ, хәлде төҙәтәйек, пенсияғыҙ артыр!» Мутлашыусылар оло йәштәгеләргә ошондай вәғәҙәләр бирә.

Аферистар шылтыратып үҙҙәрен Социаль фонд хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Башта улар иҫәпкә алынмаған стаж тураһында һөйләй, һуңынан кешене яҡындағы Күп функциялы үҙәккә консультация алырға саҡыра, өҫтәүенә ысынбарлыҡтағы бүлексәнең адресын әйтә.

🕵 ️ «Ҡабул итеү»гә яҙылыу өсөн енәйәтселәр паспорт, СНИЛС, ИНН мәғлүмәттәрен һәм СМС аша килгән кодты әйтергә ҡуша. Шулай итеп улар кешенең «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге иҫәп яҙмаһына инә һәм уны кредит алыу өсөн ҡуллана ала.

Һәр ваҡыт хәүефһеҙлек тураһында иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер кемгә лә шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, СМС-кодтарҙы әйтмәгеҙ һәм, әңгәмәсегеҙҙең шәхесендә шикләнһәгеҙ, шунда уҡ трубканы һалығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас: