Йыл һайын 11 сентябрҙә эскелеккә ҡаршы һәм айыҡ йәшәү рәүешен популярлаштырыуға ҡаршы көрәшеү маҡсатында Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө уҙғарыла.
1913 йылда Православие сиркәүе хеҙмәткәрҙәре тәҡдиме менән беренсе Айыҡлыҡ көнө үткәрелә. 1914 йылдың мартында Изге Синод Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөн йыл һайын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был көндө шарап кибеттәре ябылған, спиртлы эсемлектәрҙе һатыу туҡтатылған.
Алкоголизм бер кешенең проблемаһы була алмай, ул тирә-йүнде боҙа: ғаиләлә, ошо кеше эшләгән коллективта мөнәсәбәттәрҙе. Ауыр енәйәттәрҙең күбеһе иҫерек килеш ҡыла, юл-транспорт ваҡиғаларында кешеләрҙең һәләк булыуының төп сәбәптәре булып эскән килеш руль артына ултырыу.
Айыҡлыҡ көнө - ул айыҡ аҡыл һаҡлап, яҡындарың менән аралашыу мөмкинлегенә шатланып һәм айыҡлыҡты йылдың көн һайын тәбиғи торошҡа әйләндерергә ынтылып уҙғарырға кәрәкле байрам.