Йылдан-йыл беҙҙең районда конкурс киң популярлыҡ яулай бара, хәйбуллаларҙы һуңғы өс йылда республика этабында өлгәшелгән еңеүҙәр ҙә рухландыра.
«Айыҡ ауыл» конкурсы - ул айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға, Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрендә йәшәүселәрҙең физик һәм рухи һаулығын тергеҙеүгә йүнәлтелгән мәғрифәтселек проекты. Проектты тормошҡа ашырыу 10 айға билдәләнгән, ул халыҡҡа алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙың зарарлы эҙемтәләре тураһында мәғлүмәт еткереү, ауыл биләмәләрендә иҫкәртеү саралары үткәреүгә дәртләндереү, төрлө спорт төрҙәрен популярлаштырыу кеүек эш йүнәлештәре менән эштең 2 этабына бүленгән.
Конкурстың беренсе этабы сиктәрендә райондар эскелекте иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, төрлө саралар үткәреү буйынса әүҙем эш барышында баһалау критерийҙарына ярашлы иң юғары балға эйә булған ауыл биләмәһен билдәләй. Ыңғай тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тәжрибәһен ҡулланып, саралар уҙғарыла.
Икенсе этапта муниципаль этап еңеүселәре республика кимәлендә үҙ-ара ярыша, унда һәр ауылдың эше һөҙөмтәлелегенең төп күрһәткестәренең береһе булып йәмәғәт таныуы торасаҡ, уның мониторингы «Асыҡ республика» порталы аша үткәреләсәк.
Проекттың икенсе этабының финалы 12 лидерҙы һәм төрлө номинацияларҙа тораҡ пункттарҙың әүҙемлеген билдәләй.
Республиканың ярышыусы муниципаль райондары араһында ыңғай тәжрибә менән алмашыуға баҫым яһау, шулай уҡ эште баһалауҙың яңы критерийҙарының даими барлыҡҡа килеүе проекттың үҙенсәлеге булып тора.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы