Әгәр һеҙҙең авиарейс тотҡарланһа, авиакомпания һеҙҙең һәм башҡа пассажирҙар хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш.
Һеҙгә түбәндәгеләр бушлай бирелә:- ике сәғәттән ашыу көткәндә — эсемлектәр һәм телефондан ике тапҡыр шылтыратыу йәки электрон почта аша ике хат ебәреү мөмкинлеге;
- дүрт сәғәткә тотҡарланһа — ҡайнар аш. Ризыҡ көндөҙ — алты сәғәттән, төнгө ваҡытта һигеҙ сәғәттән һуң тағы ла бирелә;
- көндөҙ һигеҙ сәғәткә йәки төндә алты сәғәткә тотҡарланғанда — ҡунаҡхана, ҡунаҡханаға тиклем һәм кирегә трансфер менән тәьмин итеү.
Рейс ниндәй генә ваҡытҡа тотҡарланмаһын, һеҙҙең багажығыҙҙы осҡанға тиклем һаҡлауға ҡабул итәләр. 7 йәшкә тиклемге балалары булған пассажирҙар әсә һәм бала бүлмәһенән файҙалана ала.
❌ Пассажирҙар ташыусы атап үтелгән хеҙмәттәр өсөн аҡса алырға тейеш түгел.
📑 Шулай уҡ үҙегеҙ аҙыҡ-түлек һатып ала йәки ҡунаҡхана өсөн түләй алаһығыҙ, әммә чектарығыҙҙы мотлаҡ һаҡлап ҡалығыҙ. Пассажирҙар ташыусынан сығымдарығыҙҙы ҡаплатҡанда чектар кәрәк булыр.
Компенсация алыу өсөн авиакомпанияға ғариза яҙығыҙ һәм унда сумманы күрһәтегеҙ. Документҡа түбәндәгеләрҙе беркетергә кәрәк:
- чектар;
- рейстың тотҡарланыуы тураһында билдә ҡуйылған билет — билдәне пассажирҙар ташыусының хеҙмәткәре ҡуя йәки аэропорттың мәғлүмәт стойкаһында ҡуйҙыртырға мөмкин.
6 ай эсендә компанияның юридик адресына ғариза ебәрегеҙ. Компания яуап бирмәһә, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Әгәр бер нисә рейсҡа билет алған булһағыҙ һәм, рейс тотҡарланыу сәбәпле, икенсеһенә күсеп ултырырға һуңлаһағыҙ, һеҙгә икенсе самолетта урын биреләсәк.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


