Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2024, 05:21

Әсәйҙәргә – дан миҙалы

Матур ҡыҙҙар һәм батыр улдар үҫтергән әсәләрҙең күкрәген "Әсәлек даны" миҙалы биҙәй.

Әсәйҙәргә – дан миҙалыӘсәйҙәргә – дан миҙалы
Әсәйҙәргә – дан миҙалы

Ошо көндәрҙә балаларҙы тәрбиәләү үҙәге уңыштары, ғаилә институтын нығытыуҙа өлгө күрһәткән биш һәм унан күберәк баланы намыҫлы тәрбиәләгән өсөн "Әсәлек даны" миҙалы менән Гүзәл Байсурина менән Вилә Ибраһимова район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың ҡулынан юғары награда алып һөйөндө.

Гүзәл Айҙар ҡыҙы Ейәнсура районы Биштирәк ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. 1-9 кластарҙы үҙ ауылында уҡыһа, 10-11 кластарҙы күрше Байыш ауылы мәктәбендә белем ала. Мәктәпте тамамлағандан һуң, күп балалы ғаиләлә үҫкәнгә күрә, атай-әсәйгә ауырлыҡ төшөрмәйем тип,  район үҙәге Иҫәнғол дауаханаһында санитарка булып эшләй башлай.

  -  Бала саҡтан тәбиғәтте ныҡ яраттым, хайуандар, мал-тыуар минең күңелемә яҡын булды. Ә үҫмер саҡта бәйләм бәйләргә, сигергә, бешеренергә яраттым.

         Гүзәл Айҙар ҡыҙы буласаҡ тормош иптәше Иршат Байсурин  менән Ғәлиәхмәт ауылында танышып, 2005 йылдың йәйендә ғаилә ҡоралар. Иршат Тәлғәт улы Аҡнаҙар ауылында тыуып үҫкән. Гәлиәхмәт мәктәбен тамамлағандан һуң әрме сафтарына саҡырыла. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Аҡъяр ауылының һөнәрселек училищеһында водитель, электрик һөнәрҙәре буйынсы уҡый. Әлеге ваҡытта  17 йылдан ашыу Бүребай тау-байыҡтырыу предприятиеһында шахтер булып эшләй.

         Байсуриндарҙың тормоштарын йәмләп бер-бер артлы 5 бала донъяға килгән. Өлкән улдары Ирназар – тәүге бала, беренсе ейән булараҡ уларҙың ғаиләһе өсөн бик ҙур ҡыуаныс була. Мәктәпте уңышлы тамамлап, Аҡъяр тау колледжына уҡырға инә, әлеге ваҡытта ул – һуңғы курс студенты. Икенсе улдары Ирәндек Бүребай мәктәбенең – 9-сы класс уҡыусыһы, волейбол менән шөғөлләнә. Өсөнсө улдары Искәндәр 7-се класта тик яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй, шахмат уйнарға ярата. Дүртенсе улдары Мораҙым –  3-сө класс уҡыусыһы, көрәш менән мауыға. Ә бишенсе бала булып, Гөлназ исемле наҙлы ғына ҡыҙҙары донъяға килә, бәләкәс әлеге ваҡытта балалар баҡсаһына йөрөй.

“Бөгөнгө көндә үҙемде тулыһынса балалар тәрбиәләүгә, ғаиләмә бағышлайым.  Биш блалам – биш ҡыуанысым, шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ та,  хәҙер үҙең өсөн түгел, тәү сиратта, ғәзиз балаларың өсөн борсолаһың. 2011 йылда ҙур итеп йорт төҙөп сыҡтыҡ, баҡса үҫтерәбеҙ, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотабыҙ. Һәр эштә лә балаларҙың һәр ҡайһыһы ярҙам итәләр, эште айырмай улдарым, кәрәк икән иҙәнен дә, һауыт-һабаны ла йыуып ҡуялар, ,” - тине хәстәрлекле әсә. 

 Яңы ғаилә ҡорған йәш парҙарға ниндәй теләктәрегеҙ булыр тигән һорауға, -“Хәҙерге йәштәргә тырышлыҡ, түҙемлек теләр инем. Үҙ-ара татыулыҡ, бер-береңде тыңлап, аңлап ғңмер итергә кәрәк. Ғаилә бер кешенең теләге һәм хыялы менән генә ҡоролмай, барыһа ла уртаҡ кимәлдә булырға тейеш, шул ваҡатта ғына ниндәй генә ҡаршылыҡтар, ҡыйынлыҡтар килеп сыҡһа ла, йырып сығырға була”, тип теләктәрен еткерҙе Гүзәл Айҙар ҡыҙы

          Һәр ваҡытта ла ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларына лайыҡлы тәрбиә бирергә тырыша Байсуриндар. Ғаилә – гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшаш, гөлдө гел генә ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә. Шуның өсөн ғаиләне һаҡларға, ҡурсаларға кәрәк.

 

Вилә Ибраһимова Ивановка ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән һәм әлеге ваҡытта ла үҙ тыуған ауылында донъя көтә. Ивановка мәктәбенең 11-се класын тамамлағандан һуң, 2002 йылда Сибай медицина колледжына уҡырға инә һәм уңышлы тамамлай. 2005 йылда йүнәлтмә буйынса Ғәлиәхмәт ауылына акушерка булып эшкә ебәрелә. 2016 йылда тыуған ауылына ҡайтып әлеге көнгәсә медицина өлкәһендә эшен дауам итә.

 Биш балаһы – биш терәге һәр эштә лә ярҙам итеп торалар,  өлкәнерәк йәштәге балалары бәләкәйҙәрен ҡараша. Зур улы Рәвил әлеге ваҡытта Акъяр тау колледжының һуңғы курсында уҡый. “Бала саҡтан шуҡ булды мәктәп йылдарында көрәш менән шөғөлләнеп республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашты,- тине Вилә Әхмәҙулла ҡыҙы. Икенсе ҡыҙы Элина Ивановка мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң Сибай ҡалаһының күп профилле колледжына уҡырға инә, әле 2-се курс студенты. Сулпан ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә, ярҙамсыл, алсаҡ ҡыҙыҡай 4-се класта уҡый. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, йыр, бейеү менән мауыға.  Ике бәләкәстәр Ралина менән Рияз әлегә балалар баҡсаһына йөрөйҙәр.

 Әсә булыу – ул бәхет. Биш бала тәрбиәләп, минең менән булған һәр нәмәлә ыңғай яҡтарҙы эҙләргә өйрәндем. Барыһын да тейешле тип ҡабул итәм, ә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Балаларһыҙ башҡа тормошто күҙ алдына килтерә алмайым! Күп балалы ғаиләнең тормошо ысынлап та еңел түгел, ләкин ауырлыҡтар араһында яҡты мәлдәрҙе лә табырға кәрәк. Иң мөһиме, барыһын да дөрөҫ ойошторорға һәм үҙеңә бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәҫкә һәм “теҙгенеңде” бушатмаҫҡа. Ваҡыты етер – ял итербеҙ, көс йыйырбыҙ, тине Вилә Ибраһимова.

Бала күңеле—аҡ ҡағыҙ. Уға башта ни яҙаһың, шул ҡала. Балаларға бәләкәй саҡтан иман, әхлаҡ төшөнсәләрен аңлатып үҫтерергә тырыша Вилә Әхмәҙулла ҡыҙы.

Бала  бәхете – әсәлә. Әсә наҙын татымаған бала донъя  матурлығын тейешенсә күреп бөтмәй, сөнки ул шул булмаған әсәһен ғүмер буйы эҙләй, ә башҡа мөғжизәләргә иғтибар итмәй, -  тине Вилә Ибраһимова. “Тик алға, ниндәй генә ауырлыҡтар килеп сыҡһа ла –  бирешмәҫкә, баш эймәй алға атларға” – Ибраһимовтарҙың ғаилә девизы.

“Әсәлек даны”  миҙалы менән бүләкләнгән һәр әсә айырым иғтибарға лайыҡ һәм һәр береһе тураһында бихисап маҡтау һүҙҙәре әйтергә була. Улар балалар тәрбиәләүҙе, эште һәм йорт хужалығын уңышлы алып бара. Ишле ғаиләләрҙең йортонда һәр саҡ үҙ-ара аңлашыу, именлек, муллыҡ һәм бәхеттән балҡып торһон.

Әсәйҙәргә – дан миҙалы
Әсәйҙәргә – дан миҙалы
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас