Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2024, 03:36

«Рәхмәт-2024» акцияһының отош уйындарында Хәйбулла районынан өс билет еңгән!

Билетығыҙҙы тикшерегеҙ!

«Рәхмәт-2024» акцияһының  отош уйындарында Хәйбулла районынан өс билет еңгән!«Рәхмәт-2024» акцияһының  отош уйындарында Хәйбулла районынан өс билет еңгән!
«Рәхмәт-2024» акцияһының отош уйындарында Хәйбулла районынан өс билет еңгән!

7 сентябрҙә 14:00 сәғәттә «Рәхмәт» акцияһын ойоштороусылар бүләктәр өсөн өсөнсө отош уйынын ойошторҙо. Еңеүселәр араһында Хәйбулла районы кешеһе бар. Ошо билет хужаһы ҙур телевизорға эйә булды: ХБ(006036).

8 сентябрҙә 21:00 сәғәттә «Бүләктәр төнө» башланды. Еңеүселәр Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларынан билдәләнде. Һөҙөмтәлә Хәйбулла районынан ике билет ҡиммәтле бүләк - ҙур телевизорҙар отто: ХБ(028719) һәм ХБ(017249).

Кемдәрҙең билеты отмаған борсолмағыҙ, акцияны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә 13 сентябрҙә Башҡортостан Юлдаш Телеканалының тура эфирында тағы бер отош уйыны уҙғарыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һайлау кампанияһы барышында«Рәхмәт» традицион акцияһы үткәрелде. Һайлау участкаһына килгәндәргә QR-билеттар тапшырылды (шул иҫәптән – балаларға ла). Был билеттар ҡиммәтле приздар отоу форсаты бирә. Төп приздар – фатирҙар, автомобилдәр, квадроциклдар һәм башҡалар. Тулыраҡ мәғлүмәт рахмат102.рф сайтында.

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас