Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2024, 05:26

Гиппократ антына тоғро фельдшер

Ауыл фельдшерының иңдәрендә икеләтә яуаплылыҡ, оло бурыс ята. Ул халыҡҡа табипҡа тиклемге медицина ярҙамы күрһәтә, процедуралар эшләй, диспансеризация сиктәрендә беренсел тикшереү һәм иҫкәртеү консультацияһы үткәрә. Ул терапия һәм педиатрия, акушерлыҡ һәм гинекология, урология, травматология, хирургия, реаниматология, инфекцион ауырыуҙар һәм башҡа күп нәмәләр буйынса киң белемгә эйә булырға тейешле күп профилле белгес. Быларҙың барыһын да башҡарыу өсөн яҡшы эшләргә генә түгел, ә эш менән йәшәргә кәрәк. Ял, байрам, отпуск тип тормай һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер улар. Ауыл фельдшерҙарының күбеһе тап шулай йәшәй һәм Үрнәктән Әминә Ҡаһарманова ла был йәһәттән ситтән тороп ҡалмай.

Гиппократ антына тоғро фельдшерГиппократ антына тоғро фельдшер
Гиппократ антына тоғро фельдшер

Әминә Искәнйәр ҡыҙы Баймаҡ районы Буранбай ауылында күп балалы, ябай ауыл ғаиләһендә 7-се бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде тыуған ауылында алһа, 10-сы класты Этҡол ауылында тамамлай. Бала сағынан медицина менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙ үҙ һөнәре итеп тап медицинаны һайлай ҙа инде.

-Әсәйем ныҡ ауырып киткәс, “Ҡыҙым, һин табип бул”, - тине. Әсәйемдең теләген үтәнем, Сибай медицина училищеһына уҡырға индем. Үкенескә күрә, әсәйем быны күрмәй, выфат булды - тине Әминә Ҡаһарманова.

Ҡулына яңы диплом алған йәш белгес 1987 йылда йүнәлтмә буйынса Беренсе Мырҙа ауылына эшкә килә, бер йылдан һуң Үрнәк ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктына күсерелә.  Ошо йылдарҙа үҙенең буласаҡ тормош иптәше, Үрнәк ауылы егете Фаил Ҡаһарманов менән танышып ғаилә ҡоралар. Аҡ халатлы табип хәҙер  инде 38-се йыл хеҙмәтенә тоғро ҡалып кешеләрҙе дауалауын дауам итә

Тормош иптәше Фаил Рафаэл улы менән 4 бала, бер ҡыҙ һәм 3 малай тәрбиәләп үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары Зилиә әсәһе кеүек үк медицина юлын һайлай, Өфө республика клиник дауаханаһында ла эшләй. Тормош иптәше Рәмис менән Учалы ҡалаһында йәшәйҙәр, 3 бала үҫтерәләр.

-Ҡыҙым эшен бик ярата. Өфөлә эшләгән ваҡытындауның ҡул аҫтында дауаланған күп таныштар миңә ҡыҙым өсөн рәхмәт әйтә торғайнылар. Балаң өсөн йылы һүҙҙәр ишетеү үҙе бер бәхет, - ти Әминә Ҡаһарманова.

Илфат улдары Мурманск өлкәһенең Заполярный ҡалаһында йәшәй, шахтер. Килендәре Гөлсинә менән бер ҡыҙ, бер малай үҫтерәләр. Уртансы улдары Рифат килендәре Ғәлиә менән Түбәнге Сартымда донъя көтә, уларҙың ғаиләһендә бер бала үҫеп килә. Кесе улдары Фуат килендәре Сәлимә менән шулай уҡ Түбәнге Сартымда төпләнгән. Уларҙың ғаиләһендә бер бала ҡанат нығыта.

Ысын фельдшерҙың ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге тураһында һорауға Әминә Искәнйәр ҡыҙы, тәү сиратта ярҙамсыллыҡ тип атай. Моғайын, шуға күрә лә ауыл халҡы араһында айырым абруй ҡаҙаналыр.

 Әминә Искәнйәр ҡыҙы ваҡытында диспансеризация үтергә, организмдың бөтә төп йәшәү параметрҙарын нормала тоторға кәрәклеген ауылдаштарының аңына еткерергә тырышыуы хаҡында һөйләне. Уның төп бурысы – халыҡты дөрөҫ туҡланырға, физкультура менән шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға өйрәтеү. Ауыл фельдшерына терапия, педиатрия, гинекология буйынса ла белгес булырға тура килә. Хәүеф төркөмөндәге кешеләрҙе асыҡлай, әңгәмәләр үткәрә, диспансеризацияға ебәрә. Күп йылдар Гиппократ антына тоғро ҡалып эшләгәне өсөн бик күп маҡтау хаттары, грамоталар менән бүләкләнә.

Ҡаһармановтар ғаиләһе, башҡа ауыл халҡы кеүек үк, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтәләр, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас