Мәҡәләм геройы, төп һыҙаттары -- алдынғы ҡарашы һәм әүҙем тормош позицияһы менән тормоштан һәм эшенән йәм, тәм табып йәшәгән Аҡъяр ауылынан Рима Ишкилдина булыр.
Етенсе тиҫтәһен ваҡлаған әңгмәсем сәләмәт йәшәү рәүешен һәм әүҙем йәшәүҙе тормош принцибы итеп һайлаған, бар ергә лә өлгөр гүзәл-зат. Спорт, йога менән шөғөлләнә, тегергә әүәҫ һәм бейергә оҫта. Быйыл ул Өфөлә “Яратам һине тормош”! республика фестивалендә 55 йәштән өлкән 2500-ҙән ашыу үҙенсәлекле артистар араһында ҡатнашып, I дәрәжә Дипломға лайыҡ була.
Рима Хөснулла ҡыҙы 1-се Аҡъяр мәктәбендә 8-се кластан һуң, Сибай педагогия училищеһында белем ала. 1983 йылда Магнитогорск педагогия училищеһына уҡырға инеп, уны 1989 йылда тамамлай. Артабан хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта һәм 38 йыл ошо өлкәлә эшләгән. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ғаилә 12 йыл Аҡъярҙа йәшәп, 1993 йылда Себер тарафтарына сығып, 26 йыл шунда эшләп, йәшәйҙәр. “Әсәйемә 91 йәше тулғас, себерҙән тыуған яҡҡа ҡайттыҡ”, - тип хәтергә алды ул. Ғаилә Аҡъярға ҡайтҡас, Рима Хөснулла ҡыҙы бер ни тиклем һатыусы, һуңынан ағайының “Наш дом” магазинында эшләй, бер йыл тирәһе эшһеҙ ҙә ултырырға тура килә.
Бөгөнгө көндә Аҡъярҙың балалар ижад йортона өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшкә сыға. Балаларҙы тегеү, сигеү маһирлығына өйрәтә, дефиле ла матур йөрө-сергәҙерәнә төшөндөрә.
Ә бейеү тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләтме? Бейеүгә һөйөү ҡайҙан килә?. Шул турала тулыраҡ һөйләһәгеҙ, тигәс: 6-сы, 7-се кластан бейеү күңелемә ятты. Алһыу Әхмәт ҡыҙы: “Эй. ошо ҡыҙ матур бейей, тип, “Венецкий” тигән бейеүҙе миңә һалып, сәхнәгә тәүге тапҡыр 7-се класта сыҡтым. Инде яратып бейеһәм дә, әсәйем: “Уҡыуың насарайҙы”, тип оҡшатмағайны, ташларға тура килде. 8-се кластан һуң, Сибай педагогия колледжына уҡырға ингәс тә, бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, БДУ-ны тамамлап Алһыу Шәфҡәт ҡыҙы Ильясова тигән йәш уҡытыусы килгән ине. Һиңә ошо бейеүҙе һалам тине һәм ул сәхнәгә юл асты тиһәк тә була. Инде 45 йылға яҡын ошо бейеүҙе яратып, бар күңелемде һалып, башҡарам. Бейергә яратам, ул минең хобби. Радужный ҡалаһында 6-сы мәктәптә эшләгәндә, төп эшемдән тыш, бейеү менән шөғөлләндем. “Йәйғор” тигән бейеү ансамбле төҙөп, бейемәгән, сәхнәгә сыҡмаған ҡыҙҙарҙы бейетеп, күп бейеүҙәр һалдым. Хореографияға белемем булмаһа ла, итнтернеттан ҡарап, өйрәнеп бейеүҙәр һалдым. Унда күрше-тирә ҡалаларға һабантуйҙарға йөрөнөк, костюмдарҙы иһә үҙем тектем. Беҙҙең ғаиләне музыкаль ғаилә тип әйтергә була, әсәйем моңло итеп йырланы, атайым баянда уйнаны. Стәрлетамаҡ ҡалаһына хореография бүлегенә уҡырға барырға теләгем булһа ла, әсәйем Сибай педагогия училищеһына үҙе алып барып урынлаштырҙы. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде.
Радужный ҡалаһынан күсеп ҡайтҡас, ниндәй генә булһа ла мөмкинселек килеп сыҡҡан һайын бейергә тырыштым. Төрлө байрамдарҙа уҡытыусыларға бүләк итеп булһынмы, бейегән саҡтарым күп булды. Әбйәлил районынан әхирәтем Рәмилә: “Рима һин сәхнәлә бөтөнләй икенсеһең, һинең урының сәхнәлә”, - ти торғайны. Шулай итеп, әле лә яйы сыҡҡан һайын бейергә тырышам.
Башҡорт бейеүҙәре генә күңелгә бик яҡын. Костюмдарҙы үҙем тегәм. Байыҡҡа 2015 йылда “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһенә барҙым. 1-се турҙан һуң, 2-сеһенә ике балл ғына тултыра алмай артабан үтә алманым. Өфө ҡалаһында үткән “Яратам һине тормош” республика фестиваленә килгәндә, конкурсҡа саҡырғастары ҡуш ҡуллап ризалаштым. Әбйәлил, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан ҡанташыусылар бихисап булды. Жюри ағзаларының береһе Нәзифә Ҡадырова: “Был ниндәй баласағаны алып килгәһегеҙ, ниндәй бала бейеп йөрөй”, - тип әйткән. Шундай ҡыҙыҡлы моменттар ҙа булды.
Бейеү ваҡытында хәрәкәттәрҙә яңылышһам, йөҙөмдә сыға, ҡулымды һелтәйем дә, артабан бейеп алып китәм. Тамашасылар абайламаныҡ та ул тиҙәр. Сәхнәлә йылмайып йөрөһәң, кеше һинең йөҙөңә ҡарап, яңылышлыҡҡа артыҡ иғтибар бирмәй икән. Шулай ҙа үҙемә уңайһыҙ була”, - тип сағыу ҙа, матур ҙа тормошо менән бүлеште ул.
Римма Ишкилдинаны спорт яғынан да оҫта икәнен беләбеҙ. Был хаҡта ул үҙе:
“Йога менән шөғөлләнәм. Уға йөрөгән үҙемдең төркөм дә бар, йоганан дәрестәр бирә. 2009 йылда уның буйынса сертификат алдым. 2018 йылда йога турға барғайным. Күнекмәләрҙе көн һайын эшләргә тырышам. Аэройогаға ла өйрәндем. Мөикнселек булһа, уны ла алып барырға дәртем бар, тик Аҡъярҙа иркенләп шөғөлләнергә зал юҡ. Йә иртә ябыла, йә иһә бәләкәй. Элек аэробика, аквааэробика менән дә шөғөлләндем. Йәй көнө иптәшем менән велосипедта, ҡышын сағыла йөрөргә яратам. Был ниндәйҙер бер форманы тотоу өсөн түгел. Хәрәкәттә – бәрәкәт тиҙәр. Унан ниндәйҙер йәшәү көсө, дәрт-дарман алам.
Тегеүгә килгәндә элек-электән тегергә ярата торғайным, ул әсәйемдән ҡалған һәләт. Тауарҙар булмағанда әсәйҙең күлдәктәрен һүтеп ташлап, төрлө әйберҙәр теккәнем дә булды.
Балалар ижад йортонда түңәрәккә йөрөгән ҡыҙҙар менән яңы коллекциялар уйлап табып, оригиналь әйберҙәр тегеп, уны халыҡҡа еткерәбеҙ. Үҙем иһә ошо буйынса ҡалалаорға оҫталыҡ кластарына йрөрөгә тырышам. Яңыраҡ “Өләсәйем һандығы” тигән күргәҙмә ойошторҙом. Өләсәй, әсәйҙәр беҙгә матур-матур, сағыу әйберҙәрен беҙгә еткергәндәр, ҡомартҡы итеп ҡалдырғандар. Беҙ уны дауам итеп киләсәк быуынға тапшырыға тейешбеҙ. Киләсәктә лә халыҡа үҙ ҡулың менән матурлыҡты тыуҙырыуҙы еткереү, күрһәтеү, сәләмәт тормошто алып барыуҙы пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйғанмын, -тине Рима Ишкилдина.
Бар яҡтан да килгән рухлы, оҫта ҡуллы Рима Хөснулла ҡыҙына артабан да һүнмәҫ дәрт, яңы үрҙәр һәм еңеүҙәр, һаулыҡ теләйбеҙ.