Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2024, 05:48

“Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтәбеҙ”, - ти татыр-үҙәктәр

3235-се һайлау участкаһында ла өсөнсө көн тауыш биреү ойошҡан рәүештә бара

“Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтәбеҙ”, - ти татыр-үҙәктәр“Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтәбеҙ”, - ти татыр-үҙәктәр
“Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтәбеҙ”, - ти татыр-үҙәктәр

-Беҙҙең һайлау участкаһында өсөнсө көн һайлауҙар әүҙем бара. Ике көндә участкала теркәлгән 760 (республика Башлығы) һәм 764 ( муниципаль Совет) һайлаусының 40 проценты үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне лә инде. Айырыуса тәүге көндө һайлаусылар күп килде. Улар араһында оло йәштәгеләрҙе, ишле ғаиләләр, ойошмалар хеҙмәткәрҙәрен билдәләп үтергә була. 17 кеше өйөндә тауыш бирҙе. Участканың иң оло һайлаусыһы – Раиса Арцебасова. Иң беренсе булып Рөстәм һәм Наилә Хәмиҙуллиндар, Рәзилә Солтанова тауыш бирҙе. Бөгөн дә һайлаусылар әүҙем килә. Шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көҙгө йәрминкә ойошторҙо, -  тине һайлау участка комиссияһы рәйесе Мәүлиҙә Байғужина.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Башлығын һәм Хәйбулла районы Советы депутаттарын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас