Мәмбәт ауылында ололар ҙа, йәштәр ҙә һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. "Туржы ынйылары" ла һайлауҙарҙан ситтә ҡалманы, улар бергәләп тауыш биргән. Һайлауҙың икенсе көнөндә көҙгө йәрминкә ойошторолған. Ауылдың уңған хужабикәләре үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләрен һатыуға сығарҙы. Ҡәйепова Зөлфирәнең ҡабаҡтары, Мәмбәтова Эльвираның ҡыяр, картуфы бик эре булып сыҡты. Гөлкәй һәм Фәнилә Мәмбәтовалар бик тәмле бәлештәр бешереп һаттылар. Балалар алып, рәхәтләнеп ашап та ҡуйҙылар. Уңғанбикәләргә тик уңыштар ғына теләргә ҡала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Башлығын һәм Хәйбулла районы Советы депутаттарын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән һуңғы тауыш биреү көнөндә 14:00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғариза биреүсенең өйөнә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән комиссия ағзалары килә.
Башҡортостанда һайлау кампанияһы барышында “Рәхмәт-2024” традицион акцияһы үткәрелә. Ғаиләләре менән һайлау участкаһына килгәндәргә QR-билеттар тапшырыласаҡ (шул иҫәптән – балаларға ла). Был билеттар ҡиммәтле приздар отоу форсаты бирә. Төп приздар – фатирҙар, автомобилдәр, квадроциклдар һәм башҡалар. Тулыраҡ мәғлүмәт рахмат102.рф сайтында.