Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2024, 06:20

“Республикабыҙҙың киләсәге - үҙ ҡулыбыҙҙа”

Атингән ауылында оло быуын вәкилдәре һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

“Республикабыҙҙың киләсәге - үҙ ҡулыбыҙҙа”“Республикабыҙҙың киләсәге - үҙ ҡулыбыҙҙа”
“Республикабыҙҙың киләсәге - үҙ ҡулыбыҙҙа”

Районда һайлау әүҙем бара. Оло быуын вәкилдәре лә Башҡортостан киләсәгенә битараф түгел, һәр ваҡыт ил, республика яҙмышы хәл ителгән мәсьәләләргә яуаплы ҡарай. Атингән ауылында йәшәүсе, оҙаҡ йылдар мәктәптә, балалар баҡсаһында эшләүсе Лена Такалова мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3209-сы һайлау участкаһына килеп гражданлыҡ бурысын үтәне.

-Һайлауҙан ҡалғаным юҡ. Республикабыҙҙың киләсәге - үҙ ҡулыбыҙҙа. Һәр кем был көндө үҙ һүҙен әйтергә тейеш. Илдәр тынысланып китһен, ир-егеттәребеҙ имен-һау үҙ ғаиләләренә ҡайтһын. Күктәр аяҙ булһын. Ауыл ерҙәрендә эш урындары булдырылһа ине, ситкә китеп эшләгәндәр ҡайтып ауылда эшләһендәр тигән теләктә ҡалам, - тине Лена Әғзәм ҡыҙы.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас