-Беҙҙең һайлау участкаһында теркәлгән 1318 (республика Башлығын) һәм 1339 (муниципаль совет) һайлаусының ике көндә 53 проценты тауыш бирҙе. Участканың иң оло һайлаусыһы – 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Гаврилов. 50 һайлаусы өйҙәрендә тауыш бирҙе. Һайлауҙың тәүге көнөндә иң беренсе булып Николай Степанов тауыш бирергә килде. Тәүге тапҡыр һайлаған йәштәргә бүләктәр тапшырҙыҡ. Ғаиләләре менән һайларға килеүселәр күп булды. Бөгөн дә һайлаусылар әүҙем килә. Тауыш биреп өлгөрмәгәндәрҙе көтөп ҡалабыҙ, - тине һайлау участка комиссияһы рәйесе Гүзәл Һөйөндөкова.