Уҙған уйындар барышында 6 һәм 7 сентябрҙә 150-гә яҡын еңеүсе асыҡланды, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан"гәзите. Акцияла ҡатнашыусылар квадроциклдар, мотоциклдар, шулай уҡ офис һәм көнкүреш техникаһы отасаҡ. Бөгөн тағы ла шул уҡ һанда еңеүселәр билдәләнер тип көтөлә. Римма Бикмырҙина еңеүселәр араһында өфөлә йәшәүселәрҙең күп булыуын билдәләне. Был тәбиғи, сөнки республиканың баш ҡалаһы — миллионлы ҡала, был төбәктән ҡатнашыусыларҙың һәм еңеүселәрҙең процентын арттыра. Шулай уҡ шуны ла әйтергә кәрәк: кисә «Рахмат» акцияһы сайты хакер һөжүменә дусар булды. Ошоноң менән бәйле билеттарҙы теркәү өсөн яңы платформа булдырыла.