Садовый һайлау участкаһы рәйесе Рәмзиә Дәүләтҡолова әйтеүенсә, тәүге көндө һайлау әүҙем үткән. Иртә менән халыҡ күп килгән. Участкала теркәләгән 414 һайлаусының 24 проценты кисә үк тауыш биргән дә инде. Һайлау участкаһына килә алмаусы 13 кеше, шул иҫәптән 92 йәшлек Заһит Әғлетдинов өйөндә тауыш биргән. Бөгөн дә бында һайлаусылар килеүен дауам итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә.