Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2024, 03:32

Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө старт алды

Хәйбулла районында  60 һайлау участкаһы үҙ эшен дауам итә    

Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө старт алдыМөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө старт алды
Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө старт алды

Һайлауҙарҙың беренсе тауыш биреү көнө тамамланып, бөгөн иртәнге 8:00 сәғәттә икенсе көн старт алды.  Шуныһы ҡыуаныслы: кисә күп кенә хәйбуллалар һайлау участкаларына үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын белдереү өсөн хатта тотош ғаиләләр, хеҙмәт коллективтары менән килде. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Башлығын һәм Хәйбулла районы Советы депутаттарын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы  урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.   3 участкала Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) йәғни һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләү өсөн электрон ҡоролма урынлашҡан.

Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән һуңғы тауыш биреү көнөндә 14:00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғариза биреүсенең өйөнә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән комиссия ағзалары килә.

Башҡортостанда  һайлау кампанияһы барышында “Рәхмәт-2024” традицион акцияһы үткәреләсәк.  Ғаиләләре менән һайлау участкаһына килгәндәргә QR-билеттар тапшырыласаҡ (шул иҫәптән – балаларға ла). Был билеттар ҡиммәтле приздар отоу форсаты бирә. Төп приздар – фатирҙар, автомобилдәр, квадроциклдар һәм башҡалар. Тулыраҡ мәғлүмәт рахмат102.рф сайтында.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас