Башҡортостанда Баҡалы районының Наратйылға ауылы янындағы баҫыуҙа комбайндан игенде бушатыу ваҡытында бункер, моторҙар бүлеге, кабинаһы һәм тәгәрмәстәре яна. Шулай уҡ ут 1 гектар майҙанда ужым арышы баҫыуын ялмап ала.
"Зыян күреүселәр юҡ", -тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Һүндереүгә 9 белгес һәм 3 берәмек техника йәлеп ителә. Янғын сығыу сәбәптәрен тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе үткәрә.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте