«Седой» позывнойлы яугир бала саҡтан юғары илһөйәрлек тойғоһо менән айырылып тора, шунлыҡтан мөһим сәйәси саранан да ситтә ҡалманы ул – йәш егет бөгөн Башҡортостан Башлығын һәм Хәйбулла районы Советы депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты.
«Теләгем бер – бөтә донъяла тыныслыҡ урынлашһын. Балалар көслө һәм рухлы булып үҫһендәр, тарихын онотмаһын һәм, иң мөһиме, Ватанын яратһындар», – тигән теләктәре менән уртаҡлашты батыр егет.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Башлығын һәм Хәйбулла районы Советы депутаттарын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.