Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто ҡарамағындағы «Йәш турист» берекмәһе тәрбиәләнеүселәре етәкселәре Ринат Таулыҡаев менән бергә Ғәҙелша шарлауығына экскурсия яһаны.
Йәш туристар Ғәҙелша шарлауығының Урал аръяғының ынйыһы булыуын, Башҡортостанда бейеклеге 20 метрлыҡ иң ҙур өс каскадлы шарлауыҡтарҙың береһе булыуын белде. Ә шарлауыҡ исеме боронғо башҡорт ауылы атамаһынан барлыҡҡа килгән. Был ауылға үҙ ваҡытында урындағы халыҡ араһында ҙур ихтирамға эйә булған старшина Ғәҙелша Илиев исеме бирелгән.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы Ирәндек һыртының көнсығыш битләүендәге урманлы үҙәнендә, тарлауыҡта урынлашҡан. Бында саф һыулы ҙур булмаған тау йылғаһы Төйәләҫ аға. Хәҙерге ваҡытта мул ямғырҙар арҡаһында шарлауыҡ тулы һыулы, тарлауыҡ бейеклектән төшкән һыуҙың яғырауына күмелә. Һыу ағымы текә таш баҫҡыстар буйлап түбән аға, һуңынан ҡаялар менән ҡыҫыла һәм ныҡ тарая, ахырҙа һуңғы һөҙәклектән төшә һәм ҙур булмаған шишмәләргә бүленеп ағып, таш төбөнә шау-шыу менән бәрелә. Шарлауыҡ һыуы сағыу - һары төҫкә буяла, сөнки йылғаның бөтә битләүҙәре һәм уның тирә-яғы тәбиғи йәшмә менән ҡапланған. Бай ятҡылыҡтар өҫкә сыға, һөҙөмтәлә аҡҡан һыу тутыҡ төҫмөрлө ҡыҙғылт-һары төҫкә инә.
Балаларҙа таш вулкан тоҡомдарынан торған текә ҡаялар айырыуса һоҡланыу уята.
Әйтеп бөтөргөһөҙ матурлыҡҡа һоҡланып, йәш туристар оҙаҡ ваҡыт иҫ киткес тәбиғәт ҡомартҡыһынан хатта ҡайтҡыһы ла килмәне. Был экскурсия оҙаҡҡа уларҙың хәтерендә ҡаласаҡ.