Башҡортостанда тауыш биреүҙең икенсе көнө тамамланды. Бөтә һайлау участкалары 20:00 сәғәттә ябыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығын һайлау 8 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Урындағы ваҡыт буйынса 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем кандидаттарҙың береһенә үҙ тауышы менән ярҙам итергә мөмкин. Процессты бр Үҙәк һайлау Комиссияһы, 69 территориаль һәм 3302 участка комиссияһы, шулай уҡ сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары һәм һайлаусылар йыйылыштары тәғәйенләгән 28 меңдән ашыу ҺАЙЛАУ КОМИССИЯҺЫ ағзаһы ойоштора. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар һәм башҡа сәбәптәре булған кешеләр өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән тауыш биреү көнөндә 14.00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һайлау кампанияһы осоронда ҡыҙыу линия телефоны эшләй: 8-800-347-54-54. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡортостан һайлаусылары араһында «Рәхмәт» акцияһы сиктәрендә 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк, шул иҫәптән фатирҙар, автомобилдәр һәм шифаханаларға путевкалар уйнатыла.