Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән һуңғы тауыш биреү көнөндә 14:00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғариза биреүсенең өйөнә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән комиссия ағзалары килә.
Аҡъяр ауылынан 85 йәшлек Гөлдәр Ҡадаева һәм 79 йәшлек Зариф Үмерғәлиев өйҙәрендә 3205-се һайлау участкаһы комиссия ағзаларын участка һайлау комиссияһы ағзаларын шатланып ҡаршы алды.
-Йыраҡҡа сығып йөрөй алмағас, үҙ гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәү өсөн, өйҙән тауыш биреүгә ғариза бирҙек. Беҙҙең, балаларыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың киләсәге яҡты һәм өмөтлө булһын тигән ышаныста ҡалабыҙ, - тине тауыш биреп Зариф Үмерғәлиев