Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2024, 09:15

Яңауылда 89 йәшлек олатай һайлауға үҙе эшләгән техникаһы менән килгән

-

Яңауылда 89 йәшлек олатай һайлауға үҙе эшләгән техникаһы менән килгәнЯңауылда 89 йәшлек олатай һайлауға үҙе эшләгән техникаһы менән килгән
Яңауылда 89 йәшлек олатай һайлауға үҙе эшләгән техникаһы менән килгән

Яңауыл районының Зайцев ауылында бөгөн иртән иң оло һайлаусы — 89 йәшлек Владимир Зворыгин тауыш бирҙе. «Башинформ»ға урындағы хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, һайлауға ул үҙ ҡулдары менән яһаған техникаһына ултырып килгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 6 сентябрҙә, республикала Башҡортостан Башлығын һайлау башланды. Тауыш биреү 8 сентябргә тиклем бара. Башҡортостан һайлаусылары араһында «Рәхмәт» акцияһы ойошторола, унда 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк, шул иҫәптән фатирҙар, автомобилдәр һәм шифаханаларға юлламалар уйнатыла.

Яңауылда 89 йәшлек олатай һайлауға үҙе эшләгән техникаһы менән килгән
Яңауылда 89 йәшлек олатай һайлауға үҙе эшләгән техникаһы менән килгән
Автор:
Читайте нас