Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2024, 07:20

Йәнтештәр һайлауҙан ситтә ҡалмай

3208-се һайлау участкаһында тауыш биреү әүҙем бара

Йәнтештәр һайлауҙан ситтә ҡалмайЙәнтештәр һайлауҙан ситтә ҡалмай
Йәнтештәр һайлауҙан ситтә ҡалмай
  • Беҙҙең һайлау участкаһында 326 һайлаусы иҫәпләнә. Шулай уҡ беҙҙә сит яҡтарҙан шифаханаға ял итергә килеүсе 4 кеше тауыш бирҙе. 18 йәше тулған 2 йәш һайлаусы теркәлгән. Һайлау участкаһы асылғас та иң беренсе булып Илмир һәм Мөҙәрис Исҡужиндар үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне. Һайлауға халыҡ әүҙем килә, - тине 3208-се һайлау участкаһы рәйесе Фәнис Иштакбаев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Башлығын һәм Хәйбулла районы Советы депутаттарын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас