Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2024, 09:45

“Һәр кемдең гражданлыҡ бурысы”,--тине аҡъярҙар

И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында урынлашҡан 3205-се һайлау участкаһында иртәнән алып әүҙемлек күҙәтелде.

“Һәр кемдең гражданлыҡ бурысы”,--тине аҡъярҙар“Һәр кемдең гражданлыҡ бурысы”,--тине аҡъярҙар
“Һәр кемдең гражданлыҡ бурысы”,--тине аҡъярҙар

“Һәр кемдең гражданлыҡ бурысы”,--тине аҡъярҙар

И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжынды урынлашҡан 3205-се һайлау участкаһында иртәнән алып әүҙемлек күҙәтелде.

--Эйе, һайлау участкаһы ишектәрен асҡандан алып, төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре булған һайлаусылар күп килде. Күптәр эш көнө алдынан үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты. 3205-се һайлау участкаһында  Гөлгөнә Ғафарова, Нәйлә Таһирова, Ләйсән Аблаева  беренселәрҙән булып тауыш бирҙе. Беҙҙең участкаға 19 кеше беренсе тапҡыр һайлауға килә.  Барыһына ла бүләктәр тапшырылды,--тине  участка һайлау комиссияһы рәйесе Фаил Бикбов.

Һайлаусылар менән аралашҡанда ла, улар: “Һайлауҙа ҡатнашыу һәр кемдең гражданлыҡ бурысы. Беҙ  кемдең республикабыҙ менән етәкселек итеүенә, Хәйбулла районы киләсәгенә битараф түгелбеҙ. Уның киләсәктә ниндәй булыуына беҙ үҙебеҙ тауыш бирергә тейешбеҙ”,--тигән фекерҙәрен еткерҙе.

 


Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас