Тыуған ауылы Байғусҡарға атай-әсәйенә бесән әҙерләшергә ҡайтҡан билдәле яҡташыбыҙ Йәмил Баймырҙин да һайлауҙарҙа ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәне.
“Һаулауҙарҙа даими ҡатнашам. Бөгөн лайыҡлы кандидаттарға тауыш биреп, әле баш ҡалабыҙға юлландым. Гүзәл Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, яҡташтарыбыҙ иҫән-һау булһын, донъяла тыныслыҡ урынлашһын”, - тигән изге теләктәрен еткерҙе Йәмил.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Башлығын һәм Хәйбулла районы Советы депутаттарын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 6, 7 һәм 8 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.