Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2024, 10:30

Әбүбәкерҙәр әүҙем тауыш бирә

3246-сы һайлау участкаһында ла һайлауҙар ойошҡан рәүештә бара

Әбүбәкерҙәр әүҙем тауыш бирәӘбүбәкерҙәр әүҙем тауыш бирә
Әбүбәкерҙәр әүҙем тауыш бирә

Әбүбәкер һайлау участка комиссияһы рәйесе Йәмил Балдыбаев әйтеүенсә, һайлау участкаһында бөтәһе 378 һайлаусы теркәлгән, шул иҫәптән 18 йәшлек 2 кеше. Ауылдың иң өлкән һайлаусыһы 94 йәшлек Зәйнулла Билалов. Һайлауҙың тәүге көнөндә иң беренсе булып Дамира Акилова тауыш биргән. Һайлауҙар бик әүҙем, ойошҡан рәүештә бара.  Айырыуса өлкән быуын, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре әүҙем тауыш бирә. Комиссия ағзалары ла тәжрибәле, улар тулы составта үҙенә йөкмәтелгән бурысты яҡшы үтәй. Һайлауҙың икенсе көнөндә бында көҙгө йәрминкә үткәреләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Башлығын һәм Хәйбулла районы Советы депутаттарын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 6, 7 һәм 8 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Әбүбәкерҙәр әүҙем тауыш бирә
Әбүбәкерҙәр әүҙем тауыш бирә
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас