-Бер ваҡытта ла һайлауҙар кеүек әһәмиәтле сәйәси саранан ситтә ҡалмайбыҙ. Сөнки киләсәгебеҙ власҡа кем килеүенә бәйләнгән. Был юлы ла ышаныс менән килеп, үҙебеҙ лайыҡлы тип тапҡан кандидатҡа тауыш бирҙем. Һайлауға килеү һәр кемдең гражданлыҡ бурысы, тип иҫәпләйем. Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыр, социаль-иҡтисади хәле яҡшырыр, тормошобоҙҙа тик яҡшы үҙгәрештәр булыр, тип өмөт итәм, - ти Ленир Йәтимов.