Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2024, 09:42

Һайлауға байрамға кеүек килгән!

Йәнтеш ауылынан педагогия хеҙмәте ветераны Миңһылыу Арыҫланова һайлауға милли кейемдә барған

Һайлауға байрамға кеүек килгән!Һайлауға байрамға кеүек килгән!
Һайлауға байрамға кеүек килгән!

-Һайлауҙарҙы бер ҙә ҡалдырмайым. Шуға күрә бөгөн дә милли кейемдә байрамға кеүек барҙым. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәремдең имен һәм матур тормошо өсөн тауыш бирҙем. Илебеҙҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булырына ышанам. Иң мөһиме, тыныслыҡ булһын, - тине Миңһылыу Арыҫланова.

Миңһылыу инәй 38 йыл уҡытыусы булып эшләгән, дин юлында, ике тапҡыр хажға барып ҡайтҡан. Хаҡлы ялдамын тип өйҙә тик ултырмай, ауыл ағинәйҙәре менән бергә төрлө сараларҙа ҡатнаша. Өлкән йәштә булһа ла баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт тота, мал-тыуар аҫрай. Балаларына терәк-таяныс булып, тулы тормошта ҡайнап йәшәй.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас