Искәндәр Ғәлләмов И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының 3-сө курс студенты.
Ул 3205-се һайлау участкаһына беренсе тапҡыр тауыш бирергә килгән.
--Алдымда һайлауға барырғамы-юҡмы тигән һорау торманы. Сөнки киләсәк йәштәр ҡулында. Тимәк, беҙҙең, йәштәрҙең дә, тауышы мөһим,-- тине Искәндәр.