“Сираттағы гуманитар ылауҙы оҙаттыҡ”, тигән ҡыҫҡа ғына һүҙ артында күпме кешенең хеҙмәте, берҙәмлеге, тырышлығы һалыныуы тураһында ҡайһы берәүҙәр, бәлки, белмәйҙер. Ә беҙ ошо мәҡәләбеҙҙә бының нисек эшләнеүен ирекмәндең, биш бала әсәһе Юлиә Ғәлиеваның һөйләүе аша еткерергә тырышырбыҙ.
–Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәйбуллалар бихисап. Уларға рухи һәм халыҡ ярҙамы кәрәк. Миҫал өсөн Бөйөк Ватан һуғышы осоронда аслыҡтан, ауыр эштән интеккән ҡатын-ҡыҙҙар төн йоҡоларын йоҡламай һалдаттарға йылы әйбер бәйләгән. Еңеү өсөн балаларының "ауыҙҙарынан йолҡоп", яугирҙарға посылка әҙерләгән. Хәҙер, Аллаға шөкөр, ул замандағы һымаҡ ас-яланғас ултырмайбыҙ, әммә еңеү, егеттәребеҙҙең тиҙерәк имен-һау ҡайтыуы өсөн беҙ ҙә берләшергә, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Ә бөгөнгө көндә гуманитар ярҙам йыйыу яугирҙарҙың заявкаһынан башлана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар генератор, рациялар, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡалар кәрәк тип яҙалар, шылтыраталар. Уларҙы алырға аҡса йыйыу башлана. Ауылдар халҡы бергә йыйылып, маскировка селтәрҙәре үрәләр, ярҙам йыялар, тупланған аҡсаға кәрәкле әйберҙәрҙе алалар. Уның араһында кемдер бирсәткә-ойоҡтар бәйләй, ҡорот киптерәләр, ит быҡтыралар...Эш һәм үҙ-ара бәйләнеш туҡталмай. Ирекмәндәр пунктында уларҙы ҡаптарға тултырабыҙ. Хәрбиҙәрҙән килгән кәрәкле әйберҙәр исемлеге тулылана бара. Ҡаҙауҙар, сүкеш, көрәк, балта... Әҙ генә урын ҡалһа, сәй, салфетка, ойоҡбаш һалырға була. Посылканы алғас та, һалдат тәмле сәй эсеп йылынһын тип, печенье-кәнфитен, ҡуйыртылған һөт, консервалар һалабыҙ. Маскировкалау селтәре етерлекме? Ауыл биләмәләре халҡы берҙәм тотонғас, булдырыр. Ә дарыуҙар? Витамин, ауыртыуҙы баҫыу препараттары, бинт һәм башҡалар. Тушенка, ҡайнатма, салаттар боҙолмай барып етһен өсөн нимә эшләргә?
Ә бында яҡташ-яугирҙан тағы ла яңы заявкалар килде. Блиндаждар, окоптар өсөн төҙөлөш материалдары кәрәк тиелгән. Ҡайҙан аҡса алырға? Нисек ебәрергә? Ҡайҙа арзаныраҡ? Ниһайәт, был заявка үтәлде. Уф... хәҙер ҡаптарҙы матурлап нығытып, “Һаҡла үҙеңде, яугир! Көтәбеҙ һеҙҙе”, тиеп тышына яҙырға ҡалды. Артабан көтөргә ҡала. “Гуманитар ылау тәғәйен урынға барып етте”, тигән хәбәр килгәс, ҡуласалағы тейен кеүек, тағы ла заявкалар өҫтөндә эшләйһең. Бына шулай ирекмәнлек эше. Күп саҡта ғаиләң, балаларың, бөтмәҫ эшең ситкә шылдырыла. Иң мөһиме, ут эсендә йөрөгән егеттәр бирешмәһен,–тип һөйләне Аҡъяр ауылы ирекмәне Юлиә Рәйес ҡыҙы.
Ғаилә тигәндәй, Юлиә биш бала әсәһе. Өлкән улы хәрби хеҙмәттә. Исмәғил – 8-се, Зөлхизә – 7-се, ә Зөләйхә 4-се класта уҡый. Кескәй Зөһрә әле балалар баҡсаһына йөрөй. Исмәғил менән Зөлхизә район мәҙәниәт йортоноң “Сиҙәм” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә, Зөләйха вокал түңәрәгенә йөрөй. Күп балалы әсәнән барыһына ла нисек өлгөрөүе тураһында һорағас, ул былай тине:
–Кистән үк иртәгегә план төҙөп, үткән көнгә һығымта яһай торған ғәҙәтем бар. Һәр ваҡытта бар эште ғаиләм менән бергәләп эшләйбеҙ. Балаларым бәләкәйҙән бөтә эшкә өйрәнеп үҫә, минең ваҡыт етмәгән осорҙа үҙҙәре булған эште эшләп, тәмле итеп ашарға ла бешереп ҡуялар. Шулай терәк-таяныстарым булғанға күрә лә бар эшкә лә өлгөрәм, –ти Юлиә Рәйес ҡыҙы.
Ирекмән булыу ҡайҙан килә, тигән һорауыма, әңгәмәсем ҡыҙыҡлы фекер әйтте. Сөнки, шәфҡәтлелек, ярҙамсыллыҡ, кешегә изгелек ҡылыу ҡандан килә, ғаиләнән һалына икән.
–Ирекмән булып китеүем ғаилә тәрбиәһенәндер, сөнки атайым менән әсәйем үҙҙәре лә һәр ваҡытта кешегә ярҙам итеп, беҙҙә лә шул сифаттарҙы тәрбиәләнеләр. Мәҫәлән, бәләкәй саҡта уҡ мохтаж булған кемдеңдер иҙәнен йыуып, икенсеһенең ҡарын көрәп китә торғайныҡ. Мәктәп йылдарында “Тимурсылар” командаһында әүҙем эшләнек, оло инәй-олатайҙарға гелән ярҙам иттек.
Ауыр ваҡытта кемгәлер ярҙам ҡулы һуҙыуҙы үҙемдең бурысым тип күрәм. Йәмәғәт эше миңә күңел тыныслығы бирә. Мохтаж кешеләргә ярҙам итеү, кешеләр менән аралашыу күңелгә йылылыҡ өҫтәй. Алдыма яңы маҡсаттар ҡуям. Дөйөм алғанда, ирекмән эше аша минең тормошҡа мөнәсәбәтем үҙгәрҙе. Күп нимәгә башҡаса күҙлектән ҡарайым. Үҙ проблемаларымды башҡа кешенеке менән сағыштырғанда бик ваҡ тип ҡабул итәм. Йәғни үҙеңдең тормошоңдо яҡшыраҡ баһалайһың һәм ауырлыҡтар осоронда уларҙы еңелерәк кисерәһең, көҙгөгә ҡарайһың, йылмаяһың һәм ысынбарлыҡта барыһы ла яҡшы, тип әйтергә өйрәнәһең. Ирекмәнлек минең үҙ-үҙемә ышанысымды тағы ла нығытты, – ти Юлиә Ғәлиева.
Йәмғиәттә ирекле эшмәкәрлектең роле бик ҙур. Ул, бигерәк тә йәштәр араһында, гражданлыҡ, мәрхәмәтлек, ғәҙеллек, кешелек кеүек ҡиммәттәрҙе тергеҙә. Ә ирекмәндәр хәрәкәтенең нигеҙендә элекке принцип ята: үҙеңде кеше итеп тойорға теләһәң, башҡаға ярҙам ит.
Илнара Аптикова