Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь , 09:23

Әле лә йәштәр кеүек

Атингән ауылынан 85 йәшлек Хужәхмәт Шәмсетдин улы Үзбәков, оло йәштә тип тормай, малын да ҡарай, кәрәк булһа ерен дә һөрә, бксәнен дә тырмата.

Әле лә йәштәр кеүек
Әле лә йәштәр кеүек

Түҙемһеҙләнеп яҙ килеүен, көндәрҙең йылыныуын көтә, рәхәтләнеп тышта йөрөр, тимер-томор соҡор инем ти ул. Атайым йор һүҙле, алсаҡ, хәтере шәп кеше. Хәҙерге ваҡытта атайыбыҙ кесе улы Рәмил, килене Гөлназ, ейән-ейәнсәре менән бергә татыу ғүмер итәләр

Атайыбыҙ Әбеш ауылында Шәмсетдин менән Бибикамал Үзбәковтарҙың ғаиләһендә алтынсы кинйә бала булып донъяға килә. Ләкин ике апайы менән бер ағайы бала саҡтарында уҡ төрлө ауырыуҙарҙан вафат була. Алты баланан Ғәйнислам, Ғәтиәт ағайҙары менән үҙе генә иҫән ҡала.

Хужәхмәт Шәмсетдин улының бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр осорға тура килә. 1945 йылда әсәһен, пистолет менән ҡурҡытып, күргәнде лә күрмәнем тип әйттереп, алдатып, аҙаҡ ялған күрһәтмә биргән өсөн Өфөләге Черниковка төрмәһенә ултыртып ҡуялар. Тик бер йылдан һуң ғына зиндандан сығаралар. Һуғыш бөтһә лә, илдә аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Атаһының ҡустыһы Камалетдин олатай Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылына эшкә бара һәм уларҙы ла саҡырып ала. Атайымдар Баймаҡҡа тиклем Бүребайҙан руда ташыусы атҡа ултырып баралар. Ә Баймаҡтан Мерәҫкә тиклем торф ташыусы паровозға ултырып барҙыҡ, тип иҫләй атайым. Мерәҫ ауылынды тирмәнсе булмауы сәбәпле, атаһын тирмәнсе итеп эшкә алалар. Тирмән бик һәйбәт эшләй ине, тирә-яҡтан халыҡ бик күп килә ине тип хәтерләй ул. Атайым 1-4-се кластарҙы Мерәҫ мәктәбендә, ә 5-се класты Баймаҡҡа йәйәү йөрөп уҡый. 9 километр араны көн һайын йәйәү йөрөй торғайныҡ тип иҫләй. Ҡыштың һыуыҡ көндәре башланғас, Аҡъюл ауылында мәктәп директоры булып эшләгән Ғәйнислам ағайы менән һөйләшеп шунда күсәләр.

Атаһы тирмәнсе булып эшләй башлағас, аслыҡ һиҙелмәй башланы, ти атайым. Ҡартатайҙың был эшен ташлап ҡайтырға уйы булмай, ләкин ҡартәсәйебеҙ ауылын һағынып ҡайтырға була һәм улар кире Әбешкә күсенеп ҡайталар.

Атайым 6-10-сы класты Әбеш мәктәбендә тамамлай. Ул яҡшы билдәләренән генә торған атестатты ҡулына алғас, ауылдағы бер нисә ҡыҙ – егеттәр менән Өфөгә уҡырға юллана. Ғәзим Шафиҡов, Рим, Ирғәле пединститутҡа барһа, атайым мединститутты һайлай. Имтихандар аҙағына тик атайым ғына ҡала, ә башҡалар бирә алмай, ҡайтып бөтәләр. Уға тик немец теленән генә имтихан бирергә ҡала. Ләкин ул бер үҙе ҡалғанға, тағы ла тыуған ауылын һағынып, документтарын алырға була. Институтта документтарын бирмәй, ҡалырға ныҡ өгөтләнеләр, тип иҫләй атайым. Ҡайтҡас колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. 1958 йылдың көҙөндә Ҡыуандыҡ ҡалаһына 5 ай ярымлыҡ шоферҙар курсында уҡый.

1959 йылда ауылға шәфҡәт туташы булып эшкә килеүсе Аҡъяр ҡыҙы Флүрә Рәхимйән ҡыҙы Ҡарабатырова менән тормош ҡора. Әсәйем дә мәктәптән һуң медицина институтына уҡырға барырға ниәтләй. Ләкин әсәһе ауырып китеү сәбәпле, бер йыға кисектереп торорға була. Ул йылдарҙа трахома ауырыуы ныҡ таралған була. Шуға йәш ҡыҙҙы трахоманы дауалау буйынса курстарҙа уҡытып, Сик ауылына эшә ебәрәләр, аҙаҡ Әбеш ауылына күсерәләр. Әсәйем 4 айлыҡ ҡыҙы – минең менән Күсей ауылында һауынсылырҙың күҙен бағып дауалағанда, атайымдың атаһы 57 йәшендә генә ауырып үлеп ҡала. Һуғыш ваҡытында Алыҫ Көнсығышта шофер булып хеҙмәт итә, һаулығына ҙур зыян килгән була.

Атайым Һаҡмар колхозында шофер булып эшләй.  60-64-се йылдарҙа Өфөләге автотранспорт техникумында ситтән тороп уҡый сыға. Колхозда механик, шунан инженер булып эшен дауам итә. Шунан ул юғары белем алыу теләге менән Өфө дәүләт ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға инә. Сессияларға йөрөү ауырға төшә торғайны тип хәтерләй атайым. Өфөгә 3 көн бара торғайныҡ. Ат менән Ҡыуандыҡҡа бер көн, икенсе көн поездға ултырып Силәбегә барып етәһең, 3-сө көндә 12 сәғәттән Өфөгә саҡ барып етә торғайныҡ. Силәбелә генә Өфө поездын 12 сәғәт көтә торғайныҡ тип иҫенә төшөрә. Әгәр ҙә хәҙерге һымаҡ такси, автобустар йөрөһә, рәхәтләнеп уҡып булыр ине ти ул.

Ситтән тороп уҡығас, эштән һуң, төндә ултырып, чертеждар һыҙа торғайны. Почта аша институтҡа эшен ебәрә, нимәһелер дөрөҫ булмаһа, кире ебәрәләр, тағы ултырып һыҙа торғыйны. Ҡаланан төрлө йомшаҡлыҡтағы ҡәләмдәр, ниндәйҙер чертеж ҡағыҙҙары алып ҡайта торғайны.

Ләкин 3 курс уҡығандан һуң, әсәйем дә Өфөләге китапхана техникумында уҡыу сәбәпле, атайыма уҡыуын ташларға тура килә. 1972 йыл өләсәй ҙә вафат булғас, өйҙәге дүрт баланы, мал-тыуарҙы, донъяны ҡараусы ла ҡалмай.

Атайыма колхоз эше буйынса илдең төрлө ҡалаларында булырға тура килде. Приютово ҡасабаһында, Куйбышев ҡалаларында айҙар буйы техника ремонтланылар, колхозға автобус алырға тип Ереван ҡалаһына ла барып ҡайтты ул. Мин иҫләгәндәрҙән, атайымдың күп ваҡыты ситтә, юлда үтә торғайны. Уның ҡайтыуын беҙ түҙемһеҙлек менән көтә торғайныҡ. Йөрөгән ерҙәренән ливер, йә былай колбаса, болгар компоттары беҙҙең өсөн ҙур хазина ине. Ә ул өйҙә юҡта, бөтә өй эштәре, мал ҡарау әсәйем елкәһендә ине.

Балалары мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәс, атайым менән әсәйем һөйләшеп, Атингән ауылына күсеп сығалар. Тырыш кешегә ҡайҙа ла эш табыла. Атингәндә атайым тәүҙә токарь, оҫтахана мөдире, уңыш йыйыу вҡытында ырҙын табағы мөдире, инженер ҙа булып эшләне. Аҙаҡ заправкалау станцияһында 8 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Атингәндә улар үҙ көсө менән ҙур йорт һалып сыҡты. Әсәйем менән 5 балаға, 3 малай менән 2 ҡыҙға, матур тәрбиә бирҙеләр. Матур, татыу йәшәнеләр. Бер-береһе менән һүҙгә килешеп, ғауғалашып ултырғандары булманы. Тик шуныһы үкенес, әсәйем был донъянан иртәрәк китеп барҙы.

 Балаларҙың һәр береһенә юғары белем алыуға булышлыҡ иттеләр, уҡыттылар. Һәр беребеҙ башлы-күҙле булып айырым йәшәй башлағас та, бөтәбеҙгә лә өй һалырға ярҙам иттеләр. Хатта ярылған утын, сабылған бесән дә алып килеп, өйөп китә торғайнылар.

Атайым техникаға, тимер-томорға, мшинаға мөкиббән киткән кеше. Беҙ бәләкәй саҡта, Нота – М тигән магнитофон приставкаһы яҙҙырып алғайны. Ундай техника ауылда юҡ ине әле. Ҡунаҡ ваҡытында йырлағандарын яҙҙырып ала торғайны.

Ваҡытында техниканы яратыу “кәзә” мотоциклынан ғына башланған булһа, аҙаҡ “Иж”, “Урал”, “Днепр” мотоциклдары алмаштырҙы. Шунан “Газ – 67”, “Газ – 69” машинаһында ла Нефтекамск ҡалаһына, Борай райондарына ла йөрөнө ул.

Ауыл ерендә иң кәрәкле тип бер нисә трактор ҙа, бесән тырматҡыс та, пресс-йыйғыс та алды. Аҙаҡҡы алған тракторын һүтеп ташлап, үҙенсә яңынан кире ҡороп алды ул.

Атайыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: